

Башҡортостанда 35 йәшкә тиклемге йәштәр бушлай һөнәр алыу мөмкинлегенә эйә. Рәсәй Хөкүмәте һорау менән ҡулланылған һөнәрҙәр буйынса ҡабаттан уҡытыу программаһына үҙгәрештәр индерҙе.
Һөнәри белем йәки өҫтәмә белем алыу өсөн субсидия айырым категория граждандарға бүленә. Быға тиклем 50 йәште уҙғандар һәм декрет ялында йәки мәктәпкәсә йәштәге бала тәрбиәләгән йәш әсәләр исемлеккә индерелгәйне.
Хәҙер бындай хоҡуҡҡа 35 йәше тулмаған йәштәр ҙә эйә. Дүрт айҙан ашыу ваҡыт эш урыны таба алмаған һөнәри белем биреү уҡыу йорттарын тамамлаусы, әрме хеҙмәтен үтеүсе йәштәр, колледж һәм юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар вакансия булмаған осраҡта, шулай уҡ штат ҡыҫҡартылыуы йәки ойошманың бөтөрөлөүе сәбәпле эшһеҙ ҡалғандар бындай мөмкинлек менән ҡуллана ала.
Уҡыу өсөн заявканы “Рәсәй эше” порталында бирергә була.
Бушлай уҡытыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) сиктәрендә тормошҡа ашырыла һәм риск категорияһына ингән гражандарҙы, тәү сиратта йәш кешеләрҙе эш урыны менән тәьмин итеүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Фото: “Башинформ”.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан