

Ҡатын-ҡыҙҙар — 55, ә ир-аттар 60 йәшкә барып етеү менән, 37—42 йыл стаждары булғандар, пенсияға сыға ала. Уларға ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы хәҙер ҡабул ителгәнгә ҡарағанда ике йылға иртәрәк билдәләнә. Был хаҡта РУДН-ның иҡтисад факультеты доценты Лариса Сорокина хәбәр итә.
Уның әйтеүенсә, Башҡортостанда йәшәүселәр, «элеккесә» пенсияға сыға ала.
«Пенсияға сығыуҙың элекке йәше, халыҡтың күбеһендә һаҡлана. Уларға, мәҫәлән, ауыр, хәүефле һәм зыянлы хеҙмәт шарттарында эш итеү сәбәпле, пенсия йәшенә еткән хеҙмәткәрҙәр инә, улар өсөн эш биреүселәр махсус тарифтар буйынса пенсияға өҫтәмә страховка взностары түләй», — тип белдерҙе Лариса Сорокина.
Быйыл педагогтар, медиктар һәм актерҙар, ир-аттар өсөн — 30 йыл һәм ҡатын-кыҙҙар өсөн 25 йыл стажы булғанда ваҡытынан алда пенсияға сығыуға иҫәп тота ала. Шулай уҡ, өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе ҡатын-ҡыҙҙар элеккесә пенсияға 5 йылға алдараҡ сыға ала.