СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
6 Ғинуар 2022, 08:17

Йортҡа хәтлем бушлай газ

*

Йортҡа хәтлем бушлай газЙортҡа хәтлем бушлай газ
Йортҡа хәтлем бушлай газ

Билдәле булыуынса, 2020 йылдың ноябрь айында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм “Газпром” акционерҙар йәмғиәте идаралығының рәйесе Алексей Миллер 2021–2025 йылдарға иҫәпләнгән республикабыҙ ауылдарын газға тоташтырыу һәм газ менән тәьмин итеү тураһындағы Программаға ҡул ҡуйҙы.

Шул иғтибарға лайыҡ, төбәк ауылдарын газға тоташтырыу программаһы социаль газға тоташтырыу программаһы менән берләштерелгән. Уның нигеҙендә, зәңгәр яғыулыҡ ингән ауылдарҙың йорт сигенә тиклем бушлай газ торбаһы һуҙыу ҡаралған. Ул Рәсәйҙә 2021 йылда илебеҙ Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла. Башҡортостанда иһә газға тоташтырыу программаһы 2,6 мең ауылды үҙенең эсенә ала.

Әйткәндәй, илебеҙҙә Рәсәй ауылдарын зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу милли проектына иғтибар көслө, үҙ сиратында, ул уңышлы тормошҡа ашырыла. “Халыҡҡа йәшәйештә уңайлыҡтар тыуҙырыу, йәштәрҙең матур киләсәге өсөн уға яуаплы кешеләр ҡулдан килгәндең барыһын да эшләй, рәсәйҙәрҙең йәшәү кимәлен ыңғай яҡҡа үҙгәртеү, халыҡҡа көндәлек тормошта уңайлыҡтар тыуҙырыу – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе”, – тип һөйләй Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин.

 

Фото: aversgaz.ru

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Илдар Акьюлов
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас