СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
25 Декабрь 2021, 10:22

Иғтибар үҙәгендә - күп балалы ғаиләләр

Наталья Полянская: “Тимәк, кешеләр тиҙерәк торлағына күсә аласаҡ һәм тулы ҡанлы тормош алып барасаҡ”.

Иғтибар үҙәгендә - күп балалы ғаиләләрИғтибар үҙәгендә - күп балалы ғаиләләр
Иғтибар үҙәгендә - күп балалы ғаиләләр

Республикаға идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙылар.

“Башҡортостанда льготаға эйә ғаиләләр участкалары эргәһендә инфраструктура мәсьәләһе – иң киҫкен проблемаларҙың береһе. 2012 йылдан төбәктә күп балалы ғаиләләргә 45722 ер участкаһы бүленгән дә инде. Әммә ер ер менән, тағы газ, ут, һыу, балалар баҡсалары, мәктәптәр, юлдар кәрәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ил Президенты Владимир Путин йыл һайын үткәргән матбуғат конференцияһында Хөкүмәткә был мәсьәләне ҡарарға ҡушты. Аҡса бүленә, уларҙы ярашлы проекттарға индерергә һәм үҫеш пландарына ҡушырға кәрәк, тип билдәләне дәүләт етәксеһе.

Башҡортостандың Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығында күп балалы ғаиләләр йәшәгән ер участкаларына инфраструктуралар төҙөү идеяһын дөрөҫ тип уйлайҙар.

Республиканың ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская: “Тимәк, кешеләр тиҙерәк торлағына күсә аласаҡ һәм тулы ҡанлы тормош алып барасаҡ”, - тип белдерҙе. Һәм беҙ уның менән килешәбеҙ”.

 

 

 

 

 

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.

Автор:Айһылыу Низамова
https://bashgazet.ru/articles/sotsial-m-s-l/2021-12-24/i-tibar-gend-k-p-balaly-ail-l-r-2634372
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас