СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
25 Декабрь 2021, 05:31

Әбүбәкергә Ҡыш бабай килде

*

Әбүбәкергә Ҡыш бабай килдеӘбүбәкергә Ҡыш бабай килде
Әбүбәкергә Ҡыш бабай килде

24 декабрҙә Федоровка ауыл биләмәһе хакимиәте һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ишле ғаиләләрҙәге балаларҙы һәм инвалид балаларҙы Яңы йыл менән ҡотланы.

Яҡынлашып килгән Яңы йыл менән биләмә башлығы Н.С. Лебедева, эштәр менән идара итеүсе Л.А. Данилова, Д.С. Моталова, Ҡыш бабай, мәҙәни ойоштороусы О.А. Билалова, түңәрәк етәкселәре Г.А. Ултраҡова, Г.Р.Әбүбәкирова ҡотлап, һәр ғаиләгә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ һәм бәхет теләнеләр. Аҙаҡ Хәйбулла районы башлығы Р.Д. Шәриповтан, "Ғаилә хеҙмәте" нән һәм инвалидтар йәмғиәтенән татлы бүләктәр тапшырҙы.

 

 

фото:Федоровка ауыл бидәмәһе

 

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас