

Премьер-министр Михаил Мишустин шундай бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу өсөн ҡазнаның резерв фондынан 12 миллиард һум бүленә. Рәсәй Президентының май указына ярашлы, уҡытыусы, тәрбиәсе, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә төбәктәге уртаса эш хаҡына тиң, ә табип һәм ғалимдарға ошо сумманан ике тапҡырға күберәк аҡса түләнергә тейеш. Башҡортостанда ла бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырыу өсөн ҡаҙнала тейешле сумма һалынған, тип хәбәр итәләр Республика Хөкүмәтенән.