

Туймазы районында йәшәгән ун йәшлек Илназдың июль айында электр тогынан һуғылып, ике ҡулһыҙ ҡалыу фажиғәһе барыбыҙҙы тетрәндерҙе.
Трансформатор будкаһына эләккән туп артынан ингән малай көслө ток разряды ала. Ҡалғанын барыбыҙ ҙа яҡшы белә: ҡулдарҙы ампутациялау буйынса бер-бер артлы алты ҡатмарлы операция... Илназ бәхетһеҙлек осрағын, ауыртыуҙарҙы өлкәндәрсә түҙемлек менән үткәрә, эргәһенән китмәй хәстәрлек күргән ата-әсәһе лә ныҡлыҡ күрһәтә. Ул ғынамы, фажиғә эргәбеҙҙә ярҙамсыл, кеше ҡайғыһына битараф булмаған кешеләрҙең ифрат күп икәнен күрһәтә. Илназдың әсәһе Зөлфиә Дәүләтова улының нисек йәшәүе, кем менән аралашыуы, ниндәй хәстәрлек менән солғаныуы хаҡында “Башинформ” агентлығы хәбәрселәренә һөйләгән.
Фажиғә ғаиләнең тормошон тамырынан үҙгәрткән. Ул дауахананан сыҡҡансы, йортта канализация үткәрелгән. Сентябрҙә Илназ 4-се класта уҡый башлаған, әлбиттә, өйҙә. Аяҡтары менән яҙырға өйрәнә. ”Беҙ хәҙер бионик протездарға (яһалма аналогтар ҡулдарҙы алмаштырасаҡ, кеше ғәҙәттә башҡарған хәрәкәттәрҙе үтәргә ярҙам итәсәк) деталдәр көтәбеҙ, сөнки уларҙың бөтәһе лә беҙҙә етештерелмәй, Ҡытай, Германия, Италия илдәренән алына. Бионик протездарҙы беҙгә Сколково үҙәгендә эшләргә тәҡдим иттеләр, улым менән унда булдыҡ. Әйтеүҙәренсә, бионик протездарды файҙаланыу өсөн улымдың бөтә мөмкинлектәре бар. Был протездың ҡул суғы ла, терһәге лә хәрәкәтләнәсәк. Тик процесс оҙайлы. Бер протез хаҡы 1 миллион 800 мең һумдан башлана. Ҙур аҡса, әммә ярҙам итергә теләгән изге кешеләр бар”, – ти Зөлфиә Шамил ҡыҙы. Әсәнең әйтеүенсә, улы психологик яҡтан үҙен тыныс тота, тик “ҡулдар” килеүен түҙемһеҙлек менән көтә. ”Ҡулдарым булғас, мин һиңә ярҙам итәсәкмен!” тип йөрәкте өҙә улы.
Ата-әсә инвалидлыҡ алыуға документтар әҙерләй, аҙаҡ улар махсус программа буйынса протезлауға сиратҡа тора аласаҡ. Малай йыл әйләнәһенә травматолог һәм комбустиологтар күҙәтеүендә буласаҡ. Илназ олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша, китаптар уҡый. ”Математика буйынса яҡшы балдар алды, мин Мәскәү мәктәбенә уның өсөн подписка эшләнем, яңыраҡ Санкт-Петербургтағы программалаштырыу буйынса мәктәп менән аралаша башланыҡ. Әлегә беҙҙең өсөн иң ауыры – ауылда интернет селтәренең насар эшләүе.
Бер кешегә бындай ҙур фажиғәне кисереүе мөмкин түгел. Балаларыбыҙ берҙәм. Яңыраҡ Американан шылтыраттылар, күп балалы ғаилә менән таныштыҡ. Аҙнаһына бер тапҡыр һөйләшеп алабыҙ. Канаданан, Дубайҙан шылтыраталар, бүләктәр ебәрәләр. Яңыраҡ Мәскәүҙән китап ебәргәндәр, ә Илназ шундай баҫмаларҙы бик ярата. Татарстандан шылтыратып, беҙҙе Ҡазан ҡалаһына ҡунаҡҡа саҡырҙылар. Унан алда Мәскәү меценаты улыбыҙҙың хыялын тормошҡа ашырҙы – “Ламборджини” автомобилендә йөрөттөләр. Тап уның арҡаһында Сколково үҙәгенә эләктек. Ярҙамға килгән һәр кемгә рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ! Иң ауыр ваҡытта Ижевск ҡалаһынан посылка килеп төштө, Екатерина тигән ҡыҙ күп итеп бинт, препараттар, мазь, селтәрҙәр ебәргән. Йәй көнөнә яраларҙы бәйләү бер мең һумға төштө, хәҙер бәйләмәйбеҙ инде, бары мазь менән эшкәртәбеҙ. 100 грамлыҡ тюбик хаҡы – ете мең һум. Яҡташтарыбыҙ хәлебеҙҙе белешеп, ниндәй ярҙам кәрәк, тип һорашып тора. Дауаханала ятҡанда хатта мәсеттән килделәр, әллә күпме аҙыҡ-түлек килтерҙеләр. Беҙ бындай ярҙамды, иғтибарҙы көтмәгәйнек. Улыбыҙҙың һаулығы менән ҡыҙыҡһынған, ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан, ярҙам ҡулы һуҙған һәр кемгә рәхмәтлебеҙ”, - ти Илназдың әсәһе.
Зөлфиә Дәүләтова фотоһы.