СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
4 Ноябрь 2021, 04:35

Ноябрҙә кемдәр пенсияға өҫтәмә аласаҡ?

Рәсәй Пенсия фондынан хәбәр итеүҙәренсә, был айҙа ҡайһы берәүҙәрҙең пенсияһы артасаҡ.

Ноябрҙә кемдәр пенсияға өҫтәмә аласаҡ?Ноябрҙә кемдәр пенсияға өҫтәмә аласаҡ?
Ноябрҙә кемдәр пенсияға өҫтәмә аласаҡ?

Ноябрь айында ҡайһы бер ололар пенсияларының артҡанын күреп шатланыр. Рәсәй Пенсия фондынан хәбәр итеүҙәренсә, 80 йәштәре тулғандар өҫтәмә түләү аласаҡ.

Был билдәләнгән түләүҙең ике тапҡырға артыуы менән бәйле, тип аңлата белгестәр. Ноябрь айынан 80 йәштәре октябрҙә тулған ололар икеләтә арттырылған страховка түләүҙәре, йәғни 12088,96 һум, аласаҡ.

Бының өсөн пенсионерға бер ҡайҙа ла барырға йәки мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй – Пенсия фонды булған мәғлүмәттәр буйынса барыһын да үҙе билдәләй.

Бынан тыш, ноябрь айында “Ленинградты обороналаған өсөн” миҙалы йәки “Блокадалы Ленинградта йәшәүсе” билдәһе менән наградланған ветерандар 50 мең күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү аласаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путин ошо туралағы указға ҡул ҡуйҙы. Бындай ярҙам сараһы “Йәшәү юлы” асылыуына 80 йыл тулыу айҡанлы башҡарыласаҡ.

Түләүҙәр ноябрҙә пенсияға ҡушып биреләсәк.

 

 

 

 

 

Фото: vsesvoi43.ru

Автор:Римма Султанова
https://bashgazet.ru/articles/veteran/2021-11-02/noyabr-kemd-r-pensiya-a-t-m-alasa-2569311
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас