

«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Беҙҙең хәстәрлек» ирекмәндәр үҙәге коронавирус инфекцияһының яңы тулҡыны осоронда эшен йәнә йәнләндерә. Билдәле булыуынса үҙәк уҙған йылдың мартында барлыҡҡа килде, шул осорҙа районда ла уның бүлексәһе булдырылды. Коронавирус инфекцияһы таралыу шарттарында айырыуса 65 йәштән өлкәндәр ярҙам-хәстәргә мохтаж хәлдә ҡалды, сөнки улар мөмкин тиклем өйҙәренән сыҡмаҫҡа тейеш. Әле ирекмәндәр ололарға һәм хроник сирлеләргә аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, башҡа кәрәк-яраҡ алып барыу эшен яңынан башланы.
«Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһенең башҡарма секретары, «Беҙҙең хәстәрлек» үҙәгенең район штабы координаторы Тимур Рәмов белдереүенсә, пандемияның иң ҡыҙыу осоронда бында 40-тан ашыу ирекмән һәм 15-кә яҡын автоирекмән эшләгән.
Мохтаждарға ярҙамға заявкалар эш көндәрендә иртәге 9:00 сәғәттән киске 18:00 сәғәткә тиклем ҡабул ителә. Колл-үҙәктең номеры 8(34758) 2-26-20, 2-11-51, кеҫә телефоны номеры 8-929-75-53-008, 8-917-47-11-643. Шулай уҡ «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк колл-үҙәге элеккесә 8-800-201-89-03 номеры буйынса шылтыратыуҙар ҡабул итә.
Шулай уҡ әлеге ваҡытта «Беҙҙең хәстәрлек» үҙәгенә 18 йәштән өлкәнерәк һәм коронавирусҡа ҡаршы вакцинациялау тураһында сертификаты булған ирекмәндәр һәм автоирекмәндәр талап ителә.