Хәйбулла аграрийҙарына ярҙам итер өсөн республика бюджетынан ярҙам бүленә. Муниципаль район Советының сираттағы ултырышы барышында, депутаттар Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы рекомендацияларын иҫәпкә алып, ҡоролоҡ һөҙөмтәһендә зыян күргәндәргә мал аҙығына сығымдарҙың бер өлөшөн ҡайтарыу тураһында ҡарар ҡабул итте.
Мал башына түләүҙәрҙе алыу өсөн, йәшәү урыны буйынса ауыл биләмәһе хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шәхси ярҙамсыл хужалыҡтары булған граждандарға субсидия юллау мөмкин тиклем ябайлаштырылған. Бының өсөн артабанғы документтар кәрәк була:
- Ғариза;
- Рәсәй паспорты копияһы (дөйөм мәғлүмәттәр һәм йәшәү урыны бүлектәре);
- Мал башы һаны тураһында хужалыҡ кенәгәһенән күсермә (йәшәү урыны буйынса ауыл биләмәһе хакимиәте тарафынан раҫланған);
- Банк иҫәбенән күсермә.
Ә крәҫтиән-фермер хужалыҡтары һәм яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәр өсөн:
- Ғариза;
- Һалым органында теркәү тураһында таныҡлыҡ (ОГРН, ОГРНИП);
- Юридик шәхестәрҙең берҙәм дәүләт реестрынан (ЕГРЮЛ) йәки Шәхси эшҡыуарҙарҙың берҙәм дәүләт реестрынан күсермә (ЕГРИП);
- Федераль дәүләт статистика күҙәтеүе формалары (№П-1 СХ – документтар тапшырыу датаһы алдынан, №3-фермер – Башҡортостан Республикаһы буйынса Дәүләт статистикаһының федераль хеҙмәтенең территориаль органы билдәһе менән уҙған йылға отчет) буйынса мәғлүмәттәрҙең копиялары;
- Ауыл хужалығы тауар етештереүселәренең һалымдарҙы, йыйымдарҙы, страховка иғәнәләрен, пеняларҙы, штрафтарҙы, килешеү төҙөлгән датаға тиклем 30 эш көнөнән иртә булмаған датаға проценттарҙы түләү буйынса йөкләмәләрҙе үтәү тураһында һалым органы белешмәһе.
Белешмәләр өсөн телефондар: 2-11-44, 2-12-46.