СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
10 Октябрь 2021, 16:27

Күп балалы әсә булыу – оло бәхет

Подольск ауылынан Фәймә Шуркина “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде

Күп балалы әсә булыу – оло бәхетКүп балалы әсә булыу – оло бәхет
Күп балалы әсә булыу – оло бәхет

Республика көнө алдынан район үҙәгендә тәбрикләү тантанаһы уҙғарылды. Бүләкләнеүселәр араһында Подольск ауылынан Фәймә Шуркина ла булды. Ул район хакимиәте башлығының ҡулынан “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде.

 

Фәймә Флорид ҡыҙы тормош иптәше Виктор менән бергә биш бала тәрбиәләй. Фәймә Флорид ҡыҙы өйҙәге бихисап мәшәҡәттәрҙән тыш, ауылдың йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнаша. Уңған һәм тырыш ғаиләлә тәртипле, алсаҡ, эшһөйәр балалар үҫә, улар ата-әсәһенең уң ҡанаты. 

Күп балалы әсә булыу – оло бәхет
Күп балалы әсә булыу – оло бәхет
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас