СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
4 Октябрь 2021, 16:29

Студенттарҙың ата-әсәләре арттырылған пенсия алырға мөмкин

*

Студенттарҙың ата-әсәләре арттырылған пенсия алырға мөмкинСтуденттарҙың ата-әсәләре арттырылған пенсия алырға мөмкин
Студенттарҙың ата-әсәләре арттырылған пенсия алырға мөмкин

Көндөҙгө бүлектә уҡыған студенттарҙың ата-әсәләре ҡартлыҡ һәм инвалидлыҡ буйынса арттырылған пенсия алырға мөмкин. Уны бала уҡыуын тамамлағансы йәки 23 йәшкә еткәнсе түләйҙәр, тип хәбәр итте РИА Новости Рәсәй Пенсия фондының Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе буйынса бүлексәһенә һылтанма менән.

Әйткәндәй, өҫтәмә сит илдәге юғары уҡыу йортона уҡырға ингән осраҡта ла түләнә. Балаларына 18 йәш тулмаған пенсионер ата-әсәләр ҙә ҙур пенсия алырға хоҡуҡлы. Ләкин бала бәлиғ булғас, уның студент булыуын һәм эшкә урынлашмауын раҫларға кәрәк, тип белдерҙеләр фондта.

Эшкә һәләтһеҙ ғаилә ағзаларын ҡараған рәсәйҙәр ҙә арттырылған түләүҙәргә дәғүә итергә мөмкин.

 

 

 

https://www.bashinform.ru/bash/1653178/

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас