СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
3 Октябрь 2021, 07:15

Балағыҙ 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуһа...

Ташламалы ставка буйынса кредитты торлаҡ йәки шәхси йорт төҙөү өсөн 2023 йылдың аҙағына тиклем алырға мөмкин.

Балағыҙ 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуһа...Балағыҙ 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуһа...
Балағыҙ 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуһа...

Һигеҙ айҙа Башҡортостанда 1,7 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйыл ғинуар – август айҙарында 1776,5 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған.

Был былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 22 процент тәшкил иткән. Бер мең кешегә иҫәпләгәндә, 441 квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған.

- Ағымдағы йылда 2020 йылда (2,4 миллион квадрат метр) файҙаланыуға тапшырылған кимәлгә етербеҙ, тип ышанам.  “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса раҫланған күрһәткес иһә 2,2 миллион квадрат метр, - тип белдерҙе республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.

Ҡуйылған мәсьәләләр араһында ғәмәлдәге “Ғаилә ипотекаһы” программаһын оҙайтыу айырыуса оло мәғәнәгә эйә. Уның сиктәрендә ташламалы ставка буйынса кредитты торлаҡ йәки шәхси йорт төҙөү өсөн 2023 йылдың аҙағына тиклем алырға мөмкин.

2021 йылдың 1 июленән Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса программа шарттары киңәйтелде. Хәҙер кредитты бер балаһы (2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған) булған ғаиләләр ҙә алыу хоҡуғына эйә.

Беренсе иғәнә торлаҡтың 15 процентын тәшкил итә. Кредиттың максималь хаҡы төбәккә бәйле. Башҡортостан өсөн был сумма – алты миллион һум. Ташламалы һәм баҙар ипотека ставкаһы айырмаһын дәүләт ҡаплай, - ти ведомство етәксеһе.

Ауыл ерендә 2021 йылдың ғинуар – август айҙарында 805,4 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Был былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 9,3 процент тәшкил итә. Ҡала ерендә - 971,1 мең квадрат метр (34,9 процент). Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

 

 

 

Фото: БР Торлаҡ һәм архитектура министрлығы.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Айһылыу Низамова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-10-01/bala-y-2018-yyldy-1-inuarynan-u-tyu-a-2527376
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас