СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
28 Сентябрь 2021, 16:10

Башҡортостанда 105 кешегә 50 мең һум аҡса бирелә

*

Башҡортостанда 105 кешегә 50 мең һум аҡса биреләБашҡортостанда 105 кешегә 50 мең һум аҡса бирелә
Башҡортостанда 105 кешегә 50 мең һум аҡса бирелә

Башҡортостанда Ленинградты һаҡлауҙа һәм блокаданан азат итеүҙә ҡатнашҡан 105 кешегә 50 мең һум күләмендә аҡса бирелә. Рәсәй Президенты Владимир Путин «Йәшәү юлы» асылыуға 80 йыл тулыуға бәйле «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы йәки «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» билдәһе менән бүләкләнгән Рәсәй граждандарына бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһында» указға ҡул ҡуйҙы.

«Рәсәй Федерацияһында, Латвия Республикаһында, Литва Республикаһында, Эстон Республикаһында, Абхазия, Көньяҡ Осетия һәм Приднестровье биләмәләрендә даими йәшәгән  һәм «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы йәки «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» билдәһе менән бүләкләнгән Рәсәй граждандарына 2021 йылда 50 000 аҡса түләргә», — тиелә Кремль сайтында баҫылған рәсми хәбәрҙә.

Указға ярашлы, уларҙың һәр береһенә 50 мең һум түләнергә тейеш. Башҡортостанда улар 105 кеше иҫәпләнә.

Әйтәйек, Башҡортостан буйынса Пенсия фонды бүлексәһе мәғлүмәттәре буйынса, республикала «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» билдәһе менән бүләкләнгән 103 кеше йәшәй. Икәүһенең «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы бар.

 

Фото: Олег Яровиков

#ВладимирПутин

https://www.bashinform.ru/bash/1650997/

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева
Читайте нас