СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
4 Сентябрь 2021, 16:33

Социаль контракт ярҙам итте

"Адреслы ярҙам программаһы балаларымды йылы йорт, кейем менән тәьмин итте. Бөтәһе өсөн дә ҙур рәхмәт!”

Социаль контракт ярҙам иттеСоциаль контракт ярҙам итте
Социаль контракт ярҙам итте

Балтас районында “Демография” милли проектына ярашлы төрлө саралар тормошҡа ашырыла. Быйыл социаль контракт нигеҙендә 15 ғаилә адреслы социаль ярҙам алды.  Шуларҙың араһында Иҫке Балтаста йәшәгән Алена Солтангәрәеваныҡы ла бар.

Былтыр ғаилә күп балалы, аҙ тәьмин ителгән, ауыр тормош юлына юлыҡҡан булараҡ социаль контролгә алынды. Алена бер үҙе өс бала тәрбиәләй. Социаль контракт нигеҙендә уларға адреслы ярҙам күрһәтелде, тормош көтөү өсөн тәү сиратта кәрәкле әйберҙәр һатып алынды. Матди ярҙамға һыуытҡыс, кейем-һалым, тәҙрә ҡорғандары, шкаф, төҙөлөш материалдары һатып алынды.

Күп балалы әсә “Ғаилә” хеҙмәтенә рәхмәтен социаль селтәрҙә белдергән:”Һәр кемдең дә ауыр хәлгә юлығыуы мөмкин, был саҡта ни эшләргә лә белмәйһең! Мин дә өс бала менән шундай хәлгә тарыным, икәүһе бәләкәйҙәр, береһе – дүрт, икенсеһе ике генә йәштә. Кемгә мөрәжәғәт итергә лә белмәнем. Ярҙамға “Ғаилә” хеҙмәте килде. Улар миңә һүҙ менән дә, эш менән дә ярҙам күрһәтте. Социаль контракт нигеҙендәге адреслы ярҙам программаһы балаларымды йылы йорт, кейем менән тәьмин итте. Бөтәһе өсөн дә ҙур рәхмәт!”

“Демография” милли проекты үҙ эсенә биш федераль проектты ала. Шуларҙың береһе – “Балалы ғаиләләргә финанс ярҙамы” проекты. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, “Рәсәй Федерацияһында демографик сәйәсәтте тормошҡа ашырыу саралары тураһында”ғы  Указдың һигеҙ ҡарарын 2024 йылға үтәү бурысы тора.

 

 

 

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Балтас районы хакимиәте.

Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-08-30/sotsial-kontrakt-yar-am-itte-2485107
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас