

Республика һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы аварияла һәләк булған 26 йәшлек фельдшерҙың ғаиләһенә матди ярҙам түләгән. Был “ашығыс ярҙам” хеҙмәте бригадалары хеҙмәткәрҙәренә матди ярҙам күрһәтеү программаһы сиктәрендә башҡарылған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 18 августа Өфө районында “ашығыс ярҙам” машинаһы “КамАЗ” автомобиленә бәрелеп, водитель һәм фельдшер һәләк булды. Мәғлүм булыуынса, “КамАЗ” автомобиленең водителе туҡтаған урынында иҫкәртеүсе “авария” билдәһен ҡуйған булған. “Ашығыс ярҙам” автомобиле Иглин район дауаханаһындағы ауырыуҙы Өфө районының Зубов ауылындағы ковид-госпиталдә ҡалдырып, кире районға ҡайтып барған булған. М5 трассаһында “Fiat” маркалы “ашығыс ярҙам” машинаһы тәгәрмәс алмаштырырға тип юл ситенә туҡтаған “КамАЗ”ға барып төкөлә.
«Һәләк булған медик — профсоюз ағзаһы. “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте бригадалары хеҙмәткәрҙәренә матди ярҙам күрһәтеү программаһы сиктәрендә уның ғаиләһе профсоюздан түләүҙәр ала. Түләүҙәр 100 мең һум тәшкил итә. Программа 2020 йылдың сентябренән ғәмәлдә, был осорҙа производствола 18 бәхетһеҙ осраҡ буйынса ярҙам күрһәтелгән. Бынан тыш, бәхетһеҙ осраҡ һөҙөмтәһендә производствола һәләк булғанға бәйле ғаиләгә Социаль страховкалау фондынан 1 миллион һум түләү ҡаралған», — тип хәбәр иттеләр Республика һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзынан.
фото:Башинформ.