СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
13 Август 2021, 16:18

Һөнәр алғың килһә...

Мәшғүллек үҙәктәре программа буйынса уҡытыуға бер меңдән ашыу эшһеҙ гражданды ебәргән, уларҙың 256-һы уҡып сыҡҡан, 72-һе эшкә лә урынлашҡан.

Һөнәр алғың килһә...Һөнәр алғың килһә...
Һөнәр алғың килһә...

Кемдәрҙең яңы һөнәргә эйә булғыһы килә? Мәшғүллек үҙәктәренә йыш ҡына илле йәште уҙғандар, декрет ялындағы ҡатындар, шулай уҡ мәктәпкәсә йәштәге балалар тәрбиәләүселәр мөрәжәғәт итә. Бында “Демография” (“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм халыҡ мәшғүллеге”)  милли проектына ярашлы, федераль бюджет иҫәбенә хеҙмәт баҙарында ихтыяж менән файҙаланған өҫтәмә һөнәр алыу мөмкинлеге бар. Уҡыу тамамланғандан һуң программа буйынса һайланған квалификация тураһында документ бирелә.

– Был программа хеҙмәт баҙарында эшһеҙ ҡалған граждандарға ярҙам итеү маҡсатында ойошторолдо. Улар бушлай өҫтәмә һөнәр  һәм хеҙмәт күнекмәләре ала, – тип билдәләне Башҡортостан ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников. – Бөгөн мәшғүллек үҙәктәре программа буйынса уҡытыуға бер меңдән ашыу эшһеҙ граждандарҙы ебәрҙе. 256-һы уҡыуҙы тамамланы, шул иҫәптән 72-һе эшкә урынлашты ла инде.

Республикала профессиональ уҡытыу һәм өҫтәмә белем алыу программаларын тормошҡа ашырыу буйынса ике төбәк операторы билдәләнгән: Йылдам профессиональ әҙерлек үҙәге (“Ворлдкиллс Рәсәй” менән хеҙмәттәшлек итә) һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты. Республиканың алты майҙанында төрлө профессияларға өйрәтәсәктәр. Был эшкә вуздар, колледждар, уҡыу үҙәктәре йәлеп ителә.

Көн һайын йөрөп тә, ситтән тороп та, интернет аша ла белем алырға була. Төрлө һөнәри эшмәкәрлек буйынса 160-тан ашыу йүнәлешле 600-ҙән күберәк уҡыу программаһы тәҡдим ителә. Шуныһын билдәләргә кәрәк: курсҡа тәғәйенләнгән ваҡыттың яҡынса 70 проценты һөнәри тәжрибәне өйрәтеүгә арнала. Бөтә программалар буйынса ла сертификациялы уҡытыусылар – “Ворлдскиллс” эксперттары – дәрес бирә.

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм халыҡ мәшғүллеге” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы 2018 йылда раҫланды, ул 2024 йылға илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын биш процентҡа үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырырға тейеш.

 

#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Дина Арсланова
 
 
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-08-13/n-r-al-y-kil-2464187
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас