

Рәсәй президенты Владимир Путин уҡыусыларға бер тапҡыр бирелә торған 10 мең һумды ваҡытынан алда — 2 августан түләй башларға ҡушты. Шаршамбы, 28 июлдә, дәүләт башлығы ошо турала белдерҙе.
10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе 6 йәштән (1 сентябргә тиклем тулған осраҡта) 18 йәшкә тиклемге (3 июлдән һуң тулһа) балалары булған ғаиләләр алырға хоҡуҡлы. Ата-әсәнән тыш, аҡса улллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыусыларға, опекундарға һәм попечителдәргә бирелә.
Мәктәп программаһына ярашлы уҡыуҙарын дауам иткән инвалидтарға һәм һаулығы буйынса сикләүҙәре булғандарға (18 йәштән 23 йәшкәсә) ла аҡса түләнергә тейеш.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда алты йәштән 18 йәшкәсә 650 меңдән ашыу баланың 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү алырға хоҡуғы бар.
https://www.bashinform.ru/bash/1623725/
Фото: Валерий Шахов