СОЦИАЛЬ ӨЛКӘ
29 Июль 2021, 14:22

Путин уҡыусыларға бер тапҡыр бирелә торған 10 мең һум аҡсаны 2 августан түләй башларға ҡушты

*

Путин уҡыусыларға бер тапҡыр бирелә торған 10 мең һум аҡсаны 2 августан түләй башларға ҡуштыПутин уҡыусыларға бер тапҡыр бирелә торған 10 мең һум аҡсаны 2 августан түләй башларға ҡушты
Путин уҡыусыларға бер тапҡыр бирелә торған 10 мең һум аҡсаны 2 августан түләй башларға ҡушты

Рәсәй президенты Владимир Путин уҡыусыларға бер тапҡыр бирелә торған 10 мең һумды ваҡытынан алда — 2 августан түләй башларға ҡушты. Шаршамбы, 28 июлдә, дәүләт башлығы ошо турала белдерҙе.

10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе 6 йәштән (1 сентябргә тиклем тулған осраҡта) 18 йәшкә тиклемге (3 июлдән һуң тулһа) балалары булған ғаиләләр алырға хоҡуҡлы. Ата-әсәнән тыш, аҡса улллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыусыларға, опекундарға һәм попечителдәргә бирелә.

Мәктәп программаһына ярашлы уҡыуҙарын дауам иткән инвалидтарға һәм һаулығы буйынса сикләүҙәре булғандарға (18 йәштән 23 йәшкәсә) ла аҡса түләнергә тейеш.

 

 

 

https://www.bashinform.ru/bash/1623725/

Фото: Валерий Шахов

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас