

Башҡортостанға идара итеү үҙәгенең һәм республика Хеҙмәт министрлығының чат-ботына 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға пособиелар түләү буйынса 5 867 хәбәр ебәрелгән дә инде.
Хәҙерге ваҡытта республикала 38 меңдән ашыу ғаилә 2021 йылдың 1 апреленән индерелгән яңы шарттар буйынса социаль түләүҙәр ала. Шуның 28 меңе – максималь күләмдә.
Башҡортостандың Республика менән идара итеү үҙәге хәбәр итеүенсә, чат-бот халыҡҡа кәрәкле мәғлүмәт алырға ярҙам итә, ә Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәгенә һәр мөрәжәғәт буйынса уйланылған ҡарар ҡабул итергә мөмкинлек бирә.
Чат-ботты Республикаға идара итеү үҙәге белгестәре республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы белгестәре менән берлектә асҡан. Һанлы ярҙамсыны Телеграмда өҫтәргә мөмкин: https://t.me/posobie3_7_02_bot
https://www.bashinform.ru/bash/1619815/