СӘЙӘСӘТ
28 Сентября , 11:25

“Кешеләр һеҙгә дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек эҙләп килә”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров артабан да республиканың суд участкалары биналарын яңыртыу һәм һанлы инфраструктураны үҫтереү буйынса эште дауам итәсәген белдерҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөләге Конгресс-холда республика мировой юстицияһының 25 йыллығына арналған танатанала ҡатнашты. Төбәк етәксеһе мировой судьяларҙың социаль мәсьәләләрҙе көйләүҙә, халыҡтың хоҡуҡтарын һәм иркен һаҡлауҙа мөһим роль уйнағанын билдәләне һәм дәүләт наградаларын тапшырҙы.

– 25 йыл эсендә беҙ мировой судьялар системаһын булдырҙыҡ, инфраструктураһын үҫтерҙек, – тине Радий Хәбиров. – Иң мөһиме, һеҙ – республикабыҙҙың компетентлы, аҡыллы, көслө суд власы вәкилдәре.

Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, тап мировой судья барыһынан да йышыраҡ халыҡтың законлы мәнфәғәттәрен һаҡлауҙа, бәхәстәрҙе хәл итеүҙә беренсе булып тора.

– Кешенең дәүләт менән мөнәсәбәте тап ошонда башлана. Шуға күрә һеҙгә изге миссияғыҙҙы сифатлы, компетентлы үтәүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт белдерәм, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы артабан да республиканың суд участкалары биналарын яңыртыу һәм һанлы инфраструктураны үҫтереү  буйынса эште дауам итәсәген белдерҙе.

– Кешеләр һеҙгә дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек артынан килә. Шуға күрә һеҙҙән республикалағы, төбәктәге, илдәге ижтимағи-сәйәси хәлдең нисек булыуы ла тора. Рух ныҡлығы, ныҡышмаллыҡ, юғары әхлаҡи принциптар һәм законға таянып эшләүегеҙҙе теләйем,– тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе шулай уҡ  Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спелеға күп йыллыҡ хеҙмәте, профессионализмы өсөн рәхмәт белдерҙе. Владимир Спеле үҙ йәһәтендә республиканың идарасы командаһына конструктив хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт әйтте.

 

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Автор:Дина Арсланова

 

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/2026-09-26/keshel-r-e-g-d-r-l-k-m-ellek-e-l-p-kil-4827392

 

Автор:
Читайте нас