СӘЙӘСӘТ
21 Сентября , 09:07

"Берҙәм Рәсәй" алда бара

21 сентябрҙең 12.00 сәғәтенә ҡарата протоколдарҙың 88,40 проценты эшкәртелгән.

"Берҙәм Рәсәй" алда бара"Берҙәм Рәсәй" алда бара
"Берҙәм Рәсәй" алда бара

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 18, 19 һәм 20 сентябрҙә уҙған һайлау буйынса 21 сентябрҙең 12.00 сәғәтенә ҡарата протоколдарҙың 88,40 проценты эшкәртелгән.

–  Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, тауыш биреү 80,43 процент тәшкил итә. Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының туғыҙынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, сәйәси партиялар: "Берҙәм Рәсәй” – 64,09 процент, КПРФ – 9,37 процент, ЛДПР – 8,01 процент, "Ғәҙел Рәсәй" – 7,42 процент, “Яңы кешеләр” 7,22 процент тауыш йыйған.  Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙа ҡатнашҡан ҡалған биш партия – “Пенсионерҙар партияһы” (0,86 процент) “Йәшелдәр” Рәсәй экологик партияһы” (0,63 процент), “Ватан партияһы” (0,62 процент), "Рәсәй коммунистары партияһы” (0,59 процент) “Тура демократия партияһы” (0,49 процент) бер процент йыя алмаған, – тип белдерҙе брифингта Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова.

Тауыш биреү барышын яҡтыртыу өсөн БР Үҙәк һайлау комиссияһы 122 киң мәғлүмәт сараһынан, шул иҫәптән 91 баҫма киң мәғлүмәт сараһынан, 26 телерадиоканалдан һәм студиянан, өс мәғлүмәт агентлығынан, бер селтәр баҫмаһынан һәм электрон гәзиттән 476 журналисты аккредитациялаған. Тауыш биреү көндәрендә һайлау участкаларына аккредитацияһы булған журналистарҙың 398-е килгән.

Тауыш биреү барышы шулай уҡ йәмәғәт контроле аҫтында үтә. Участка һайлау комиссияларында кандидаттарҙан, сәйәси партияларҙан, һайлау берекмәләренән, республиканың Йәмәғәт палатаһынан 12,2 меңдән ашыу күҙәтеүсе, территориаль һайлау комиссияларында 54 күҙәтеүсе эшләгән.

Был әлегә мәлгә билдәле булған һандар. Һайлау һөҙөмтәләре буйынса тулы мәғлүмәт территориаль һайлау комиссиялары барлыҡ протоколдарҙы тапшырып бөткәс билдәле буласаҡ.

 

Фото: БР Үҙәк һайлау комиссияһынан.

Автор:Рәмилә Мусина
 
Автор:
Читайте нас