

15:00 сәғәткә ҡарата мәғлүмәттәр менән Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова уртаҡлашты. Был ваҡытҡа республикала һайлауға тауыш биреүселәрҙең 69,37 проценты килгән. Йәғни, 1961692 һайлаусы.
Марина Долматова хәбәр итеүенсә, Өфөлә әлеге ваҡытта 65,39 процент тауыш биреүсе килгән. Баш ҡаланы иҫәпкә алмайынса, башҡа ҡалалар буйынса уртаса килеү – 70,23 процент, райондар буйынса – 77,45 процент.
– 2021 йылғы һайлауҙа ошо уҡ ваҡытҡа халыҡтың 59,86 проценты килгән. Әле иң юғары күрһәткестәр Ағиҙел һәм Нефтекама ҡалаларында теркәлгән — 65 проценттан ашыу, Салауатта — 70 проценттан ашыу, – тине ул.