

Хәйбулла районының имам-мөхтәсибе Муса хәҙрәт Мәхмүтов хәләл ефете Рәзинә Ғиниәтулла ҡыҙы менән бергә Вәлит ауылы мәктәбендә урынлашҡан 3248-се һайлау участкаһына тәүгеләрҙән килеп тауыш бирҙе.
«Һайлауҙың тәүге көнөнән үк килеп, гражданлыҡ бурысыбыҙҙы үтәнек. Республикабыҙ өсөн бөгөнгө мөһим сарала һәр кем ҡатнашырға тейеш, тип уйлайым. Илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен, уның социаль-иҡтисади хәле тотороҡло, ныҡлы булһын, ә халҡы үҙ-ара татыу йәшәһен! Шул саҡта ғына беҙҙең балаларыбыҙҙың киләсәге ышаныслы, яҡты буласаҡ. Шуға ла берҙәм булып, үҙ тауышыбыҙҙы лайыҡлы кандидаттар өсөн бирәйек!», - тип мөрәжәғәт итте Муса хәҙрәт.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 18, 19 һәм 20 сентябрҙә район халҡы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаттарын, шулай уҡ 4-се һайлау округы буйынса Хәйбулла районы Советы депутатын һайлай. Был мәлдә һәр беребеҙ илебеҙҙең киләсәгенә йоғонто яһай ала. Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына килергә һәм гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ.
Әйткәндәй, районда йәмғеһе 21 меңгә яҡын кеше һайлау хоҡуғына эйә, шуларҙың 400-ҙән ашыуы тәүге тапҡыр тауыш бирәсәк. Оло йәштәгеләр, инвалидтар, ауыр сирле кешеләр, уларҙы ҡараусылар, шулай уҡ башҡа сәбәптәре булғандар өйҙә тауыш бирә ала. Бының өсөн участка һайлау комиссияһына уның эшләгән көндәрендә, шул иҫәптән һуңғы тауыш биреү көнөндә 14:00 сәғәткә тиклем мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шунан һуң ғариза биреүсенең өйөнә тауыш биреү өсөн күсмә йәшник менән комиссия ағзалары килә.