

Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрованы Александр Невский ордены менән бүләкләне, тейешле указ хоҡуҡи акттарҙың рәсми баҫылған сайтында урынлаштырылған.
"Парламентаризмды үҫтереүгә индергән өлөшө һәм әүҙем закон сығарыу эшмәкәрлеге өсөн Александр Невский ордены менән Рәсәй Федерацияһы сенаторы, Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының башҡарма органы вәкиле, Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Ғүмәрова Лилиә Салауат ҡыҙын бүләкләргә", – тиелә документта.