СӘЙӘСӘТ
18 Сентября , 03:56

Оло йәштәгеләр тәүгеләрҙән булып һайлау участкаларына килде

Элек байрамдар артыҡ күп булманы. Яңы йыл, Хеҙмәтсәндәрҙең теләктәшлек көнө, Совет Армияһы көнө һәм Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнө, 7 ноябрь байрамы... Әммә рәсми рәүештә булмаһа ла, халыҡ өсөн байрам тойолған йәнә бер көн бар ине. Ололар яуапты шунда уҡ табыр - ул Һайлау көнө. 

Оло йәштәгеләр тәүгеләрҙән булып һайлау участкаларына килдеОло йәштәгеләр тәүгеләрҙән булып һайлау участкаларына килде
Оло йәштәгеләр тәүгеләрҙән булып һайлау участкаларына килде

Үкенескә күрә, төрлө сәбәптәр арҡаһында әлеге мәлдә өлкәндәрҙең барыһы ла  һайлау участкаларына килә алмай. Әммә был улар мөһим кампаниянан ситтә ҡала тигән һүҙ түгел, һайлау участкалары вәкилдәре уларҙы өйҙәренә килеп һайлата.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 18, 19 һәм 20 сентябрҙә район халҡы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаттарын, шулай уҡ 4-се һайлау округы буйынса Хәйбулла районы Советы депутатын һайлай. Был мәлдә һәр беребеҙ илебеҙҙең киләсәгенә йоғонто яһай ала. Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына килергә һәм гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ.

Әйткәндәй, районда йәмғеһе 21 меңгә яҡын кеше һайлау хоҡуғына эйә, шуларҙың 400-ҙән ашыуы тәүге тапҡыр тауыш бирәсәк. Оло йәштәгеләр, инвалидтар, ауыр сирле кешеләр, уларҙы ҡараусылар, шулай уҡ башҡа сәбәптәре булғандар өйҙә тауыш бирә ала. Бының өсөн участка һайлау комиссияһына уның эшләгән көндәрендә, шул иҫәптән һуңғы тауыш биреү көнөндә 14:00 сәғәткә тиклем мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шунан һуң ғариза биреүсенең өйөнә тауыш биреү өсөн күсмә йәшник менән комиссия ағзалары килә.

Башҡортостанда 18, 19 һәм 20 сентябрҙә һайлау барышында «Рәхмәт» традицион акцияһы үткәрелә.  Һайлау участкаһына килгәндәргә купондар тапшырыла.    Был юлы ташламалар ғына була: бер ниндәй ҙә бүләктәр уйнатылмай.   Купонды теркәргә кәрәкмәй. Унда акцияның сайтына (рахмат2026.рф) күсеү өсөн QR-код урынлаштырылған, сайтта партнерҙарҙың тулы исемлеге һәм акцияның шарттары менән танышырға мөмкин. Хәйбулла районындағы партнерҙар - һүрәттә. Бер ҡайҙа ла исем-шәрифте, паспорт мәғлүмәттәрен, телефон номерҙы яҙырға кәрәкмәй. Әгәр һеҙгә кемдер шылтыратып, үҙен акцияны ойоштороусы тип таныштырһа, ниндәйҙер мәғлүмәттәр, СМС-кодтар һораһа, бер нәмә лә әйтмәгеҙ. Ойоштороусылар әйтеүенсә, әгәр купонды алмаһалар, уны ҡабаттан ҡулланырға мөмкин. Ташлама ошо ҡағыҙ купонды күрһәткән осраҡта бирелә.    

 
Оло йәштәгеләр тәүгеләрҙән булып һайлау участкаларына килде
Оло йәштәгеләр тәүгеләрҙән булып һайлау участкаларына килде
Оло йәштәгеләр тәүгеләрҙән булып һайлау участкаларына килде
Оло йәштәгеләр тәүгеләрҙән булып һайлау участкаларына килде
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас