

Яңы Украинка ауылы клубында урынлашҡан 3232-се һайлау участкаһында 108 һайлаусы иҫәпләнә. Шуларҙың береһе — махсус хәрби операция ветераны Фәрит Күскилдин бөгөн тәүгеләрҙән булып гражданлыҡ бурысын үтәне.
—Көслө Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы, үҙебеҙҙең һәм балаларыбыҙҙың яҡты киләсәге өсөн тауыш бирҙем, — ти Фәрит Йомабай улы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 18, 19 һәм 20 сентябрҙә район халҡы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаттарын, шулай уҡ 4-се һайлау округы буйынса Хәйбулла районы Советы депутатын һайлай. Был мәлдә һәр беребеҙ илебеҙҙең киләсәгенә йоғонто яһай ала. Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына килергә һәм гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ.
Әйткәндәй, районда йәмғеһе 21 меңгә яҡын кеше һайлау хоҡуғына эйә, шуларҙың 400-ҙән ашыуы тәүге тапҡыр тауыш бирәсәк. Оло йәштәгеләр, инвалидтар, ауыр сирле кешеләр, уларҙы ҡараусылар, шулай уҡ башҡа сәбәптәре булғандар өйҙә тауыш бирә ала. Бының өсөн участка һайлау комиссияһына уның эшләгән көндәрендә, шул иҫәптән һуңғы тауыш биреү көнөндә 14:00 сәғәткә тиклем мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шунан һуң ғариза биреүсенең өйөнә тауыш биреү өсөн күсмә йәшник менән комиссия ағзалары килә.