Бөгөн теүәл 8:00 сәғәттә Аҡъяр ауылында район мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 3203-сө һайлау участкаһы участка рәйесе Азамат Бохарбаев комиссия ағзаларына уңышлы эш көнө теләне. Һайлау комиссияһы ишеге асылыуҙың тәүге минуттарында уҡ бер нисә кеше гражданлыҡ бурысын үтәне. Дөйөм алғанда участкала 957 һайлаусы иҫәпләнә.
Хәйбулла районында 55 һайлау участкаһы 18, 19 һәм 20 сентябрҙә урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 8:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. Бөтә участкаларҙа ла тауыш биреү барышы контролдә тотола: уларҙың 7-һендә — «Ростелеком» видеокүҙәтеүе, ә 48-ендә видеотеркәү ҡорамалдары бар.
Әйткәндәй, районда йәмғеһе 21 меңгә яҡын кеше һайлау хоҡуғына эйә, шуларҙың 400-ҙән ашыуы тәүге тапҡыр тауыш бирәсәк. Оло йәштәгеләр, инвалидтар, ауыр сирле кешеләр, уларҙы ҡараусылар, шулай уҡ башҡа сәбәптәре булғандар өйҙә тауыш бирә ала. Бының өсөн участка һайлау комиссияһына уның эшләгән көндәрендә, шул иҫәптән һуңғы тауыш биреү көнөндә 14:00 сәғәткә тиклем мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шунан һуң ғариза биреүсенең өйөнә тауыш биреү өсөн күсмә йәшник менән комиссия ағзалары килә.
Башҡортостанда 18, 19 һәм 20 сентябрҙә һайлау барышында «Рәхмәт» традицион акцияһы үткәрелә. Һайлау участкаһына килгәндәргә купондар тапшырыла. Был юлы ташламалар ғына була: бер ниндәй ҙә бүләктәр уйнатылмай. Купонды теркәргә кәрәкмәй. Унда акцияның сайтына (рахмат2026.рф) күсеү өсөн QR-код урынлаштырылған, сайтта партнерҙарҙың тулы исемлеге һәм акцияның шарттары менән танышырға мөмкин. Хәйбулла районындағы партнерҙар - һүрәттә. Бер ҡайҙа ла исем-шәрифте, паспорт мәғлүмәттәрен, телефон номерҙы яҙырға кәрәкмәй. Әгәр һеҙгә кемдер шылтыратып, үҙен акцияны ойоштороусы тип таныштырһа, ниндәйҙер мәғлүмәттәр, СМС-кодтар һораһа, бер нәмә лә әйтмәгеҙ. Ойоштороусылар әйтеүенсә, әгәр купонды алмаһалар, уны ҡабаттан ҡулланырға мөмкин. Ташлама ошо ҡағыҙ купонды күрһәткән осраҡта бирелә.