

Бөгөн, 18 сентябрҙә, 8.00 сәғәттә Башҡортостанда 3250 һайлау участкаһында, шул иҫәптән граждандарҙың ваҡытлыса йәшәгән урындарындағы 42 һайлау участкаһында Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау башланды.
Башҡортостанда 39 һайлау кампанияһы үтә. Улар – Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау, 28-се округ буйынса Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлау, урындағы үҙидараның вәкәләтле органдары депутаттарын һайлау буйынса 37 кампания, шул иҫәптән Өфө ҡала советы депутаттарын, Ауырғазы һәм Белорет райондарының ике ауыл биләмәһе советы депутаттарын һайлау, шулай уҡ урындағы үҙидараның вәкәләтле органдары депутаттарын өҫтәмә һайлау буйынса һайлау кампаниялары.
Тауыш биреү өс көн дауамында – 18, 19 һәм 20 сентябрҙә барасаҡ. Һайлау участкалары 8.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.
Һайлауҙа ҡатнашығыҙ, илебеҙҙең киләсәге өсөн тауыш бирегеҙ!
Фото: БР Үҙәк һайлау комиссияһынан.
#ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026 #ГолосМедиаСообществ2026