СӘЙӘСӘТ
18 Сентября , 06:22

100 йәшлек Файза инәй гражданлыҡ бурысын үтәне!

Ғәлиәхмәт ауылынан тыл хеҙмәтсәне Файза Бикбованың 82 ейән-ейәнсәре, бүлә-бүләсәре һәм тыуа-тыуасары бар    

100 йәшлек Файза инәй гражданлыҡ бурысын үтәне!100 йәшлек Файза инәй гражданлыҡ бурысын үтәне!
100 йәшлек Файза инәй гражданлыҡ бурысын үтәне!

Ғәлиәхмәт ауылынан тыл ветераны, Әсәлек даны ордены кавалеры Файза Бикбова, тәбиғәт матурлығына һоҡланып, тирә-яҡтағы хозурлыҡты күреп, үҙ аяҡтарында атлап йөрөй алғанына ҡыуанып, һәр атҡан таңға шөкөр итеп йәшәй. Күҙҙәре һаман да үткер уның, әле булһа ла гәзит-журналдарҙы күҙлекһеҙ уҡый изге күңелле ағинәй. Йәш быуынға бәхетле ғүмер, Тыуған иленә именлек теләп, бөгөн ул да тауыш биреүҙә ҡатнашты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 18, 19 һәм 20 сентябрҙә район халҡы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаттарын, шулай уҡ 4-се һайлау округы буйынса Хәйбулла районы Советы депутатын һайлай. Был мәлдә һәр беребеҙ илебеҙҙең киләсәгенә йоғонто яһай ала. Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына килергә һәм гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ.

Әйткәндәй, районда йәмғеһе 21 меңгә яҡын кеше һайлау хоҡуғына эйә, шуларҙың 400-ҙән ашыуы тәүге тапҡыр тауыш бирәсәк. Оло йәштәгеләр, инвалидтар, ауыр сирле кешеләр, уларҙы ҡараусылар, шулай уҡ башҡа сәбәптәре булғандар өйҙә тауыш бирә ала. Бының өсөн участка һайлау комиссияһына уның эшләгән көндәрендә, шул иҫәптән һуңғы тауыш биреү көнөндә 14:00 сәғәткә тиклем мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шунан һуң ғариза биреүсенең өйөнә тауыш биреү өсөн күсмә йәшник менән комиссия ағзалары килә.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас