СӘЙӘСӘТ
16 Сентября , 09:56

Сәғүд Ғәрәбстаны Короллеге делегацияһы менән осрашыу

Ҡунаҡтар Бишбүләк районында Кәрим Хәкимовтың музейында ла булған.

Сәғүд Ғәрәбстаны Короллеге делегацияһы менән осрашыуСәғүд Ғәрәбстаны Короллеге делегацияһы менән осрашыу
Сәғүд Ғәрәбстаны Короллеге делегацияһы менән осрашыу

Бөгөн Республика йортонда төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Король һарайы кәңәшсеһе Таха Сәлих Әхмәт Мөхәммәт етәкселегендәге Сәғүд Ғәрәбстаны Короллеге делегацияһы менән осрашты. Көн тәртибенә хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм үҙ-ара эшмәкәрлектең яңы йүнәлештәрен үҫтереү мәсьәләләре инде.

Башҡортостан Башлығы делегация вәкилдәренә республикаға килгән өсөн рәхмәт әйтте.

– Сәфәрҙең Рәсәй менән Сәғүд Ғәрәбстаны араһындағы дипломатик мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килеүенең 100 йыллыҡ юбилейы йылына тура килеүе ҙур әһәмиәткә эйә. Тарихи яҡтан беҙҙе Совет Рәсәйенең ғәрәп илдәрендәге беренсе тулы хоҡуҡлы вәкиле, Башҡортостанда тыуып үҫкән һәм әле хакимлыҡ иткән династияға нигеҙ һалған  Әбдел Ғәзиз ибн Сәғүдтең яҡын дуҫына әүерелгән Кәрим Хәкимовтың исеме бәйләй, – тине Радий Хәбиров. – Сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәр ҙә әүҙем үҫә. Тауар әйләнеше арта, Башҡортостан компаниялары Сәғүд Ғәрәбстанындағы партнерҙары менән берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән эш алып бара. Шул уҡ ваҡытта үҙ-ара эшмәкәрлегебеҙҙең ҡеүәте байтаҡҡа юғарыраҡ. Ресурстарыбыҙҙы, технологияларҙы һәм инвестицияларҙы берләштереп, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә алырбыҙ, тип ышанам.

Төбәк етәксеһе Башҡортостандың нефть сығарыуҙа һәм эшкәртеүҙәге, газ-химия тармағындағы, машиналар эшләүҙәге, ауыл хужалығындағы компетенциялары тураһында һөйләне.

Сәғүд Ғәрәбстанының Король һарайы кәңәшсеһе республика етәкселегенә ихлас ҡабул иткән өсөн рәхмәт әйтте һәм артабанғы хеҙмәттәшлекте нығытыу йәһәтенән ҡыҙыҡһыныу белдерҙе.

– Сәфәр барышында Бишбүләк районында илдәребеҙ араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ысынлап та тос өлөш индергән Кәрим Хәкимовтың музейында булдыҡ. Халыҡтарыбыҙҙы бәйләгән тарих һәм кешеләр хаҡындағы иҫтәлекте һаҡлаған өсөн ҙур рәхмәт, – тине Таха Сәлих Әхмәт Мөхәммәт. – Башҡортостан менән хеҙмәттәшлектең яңы мөмкинлектәрен дә күрәбеҙ. Уларҙы беҙ стратегик проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн файҙаланырға теләйбеҙ.

Таха Сәлих Әхмәт Мөхәммәт Башҡортостан делегацияһын республика тураһында ентеклерәк һөйләү һәм хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен билдәләү өсөн Сәғүд Ғәрәбстанына саҡырҙы.

Радий Хәбиров үҙ сиратында Башҡортостанда тыуып үҫкән арҙаҡлы шәхестәргә арналған музей асыу ниәте хаҡында хәбәр итте. Экспозицияларҙың береһе Кәрим Хәкимовтың тормошо һәм эшмәкәрлегенә арналасаҡ. Бынан тыш, республиканың баш ҡалаһында ошо дәүләт эшмәкәренә һәйкәл дә ҡуйыласаҡ. Башҡортостан Башлығы Сәғүд Ғәрәбстаны делегацияһын уны асыу тантанаһында ҡатнашырға саҡырҙы.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Автор:Гөлсәсәк Хәйруллина.

 

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/news/s-y-s-t-m-kho-u/2026-09-15/s-d-r-bstany-korollege-delegatsiya-y-men-n-osrashyu-4813801

 

Автор:
Читайте нас