СӘЙӘСӘТ
7 Сентября , 09:25

Башҡортостан Башлығы Александр Сидякиндың ҡайғыһын уртаҡлашты

Александр Сидякиндың ҡыҙы фажиғәле һәләк булған. Уның йөрәге ауыртҡан, ғүмере өсөн бик оҙаҡ көрәшкәндәр. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы ошо турала һөйләне. Радий Хәбиров ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәрен еткерҙе һәм иртәгә ерләүҙә ҡатнашыу өсөн Мәскәүгә осасағын әйтте.

Башҡортостан Башлығы Александр Сидякиндың ҡайғыһын уртаҡлаштыБашҡортостан Башлығы Александр Сидякиндың ҡайғыһын уртаҡлашты
Башҡортостан Башлығы Александр Сидякиндың ҡайғыһын уртаҡлашты

«Оҙаҡ йылдар беҙҙең менән бергә эшләгән иптәшебеҙҙең ҡыҙы фажиғәле һәләк булды. Баланың йөрәге сирле ине, улар оҙаҡ көрәште, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның ғүмере фажиғәле өҙөлдө. Иртәгә Мәскәүҙә ерләйҙәр, мин дә унда буласаҡмын», — тине Радий Хәбиров.

Александр Сидякин 2018 йылдан 2021 йылға тиклем республика Башлығы хакимиәте етәкселек итте, хәҙер «Берҙәм Рәсәй»ҙең үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе.

Автор: ЛӘЙСӘН ЗАКИРОВА

Сығанаҡ: https://bash.bashinform.ru/news/politics/2026-09-07/bash-ortostan-bashly-y-aleksandr-sidyakindy-ay-y-yn-urta-lashty-4663106

 

Автор:
Читайте нас