СӘЙӘСӘТ
4 Августа , 16:21

Радий Хәбиров: "Һеҙҙең намыҫығыҙ бармы?"

Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Татарстан судьяларын ташыған машиналары яҙмышы хәл ителде.

Радий Хәбиров: "Һеҙҙең намыҫығыҙ бармы?"Радий Хәбиров: "Һеҙҙең намыҫығыҙ бармы?"
Радий Хәбиров: "Һеҙҙең намыҫығыҙ бармы?"

Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө хакимиәтенә ҡарата ҡаты тәнҡит менән сығыш яһаны. Асыҡланыуынса, Өфө хакимиәте гаражы Башҡортостан Юғары судына Татарстандан тәғәйенләнгән судьяларҙы ял көндәрендә өйҙәренә алып барыу һәм кире килтереү өсөн файҙаланылған.

– Был хәл буйынса шундай һорау тыуа: саҡ ҡына булһа ла намыҫығыҙ бармы? Рөстәм Шәрипов, был тарих өсөн һеҙ яуаплы. Бөтөнләй ояттары ҡалмаған унда. Беҙ саҡ-саҡ „Башавтотранс“ автобустары менән яугир егеттәребеҙҙе фронттан алып сығабыҙ, ә һеҙ бында, тимәк, судьяларҙы автомобилдә йөрөтәһегеҙме? Ни өсөнКем муниципаль автомобилдәрҙе, водителдәрҙе файҙаланып, яғыулыҡ өсөн түләп Юғары суд судьяларын Татарстанға алып барырға хоҡуҡ биргәнКүрәһең, Өфө туйып һикерә башлағанМин үҙ Мөрәжәғәтнамәмдә "Барыһы ла еңеү өсөн” тинем, ә һеҙ еңеүҙе шулай күрәһегеҙме? Судьяларҙы өйҙәренә ташыуҙа тип уйлайһығыҙмы– тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы хәбәр итеүенсә, ғауғала ҡатнашҡан бөтә автомобилдәрҙе властар “Ватанды һаҡлаусылар” фондына тапшырырға ниәтләй.

– Белеүемсә, енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһында ғариза бирелгән, Тәфтиш комитеты, әлбиттә, хәл итәсәк.

Ә беҙ шулай хәл итәбеҙ: Контроль-иҫәп палатаһы күпме машина ҡулланылыуын, судьяларҙы Ҡазанға һәм кирегә күпме водитель алып барыуын тикшергәс, беҙ был автомобилдәрҙе уларҙан тартып алып, „Ватанды һаҡлаусылар“ фондына тапшырасаҡбыҙ. Был минең туранан-тура йөкләмә. Мин муниципаль эшмәкәрлеккә ҡыҫыла алмайым, әммә ҡала мине ишетер һәм үҙ ирке менән шулай эшләр тип уйлайым, — тине Радий Хәбиров.

Фото: скриншот. 

Автор:Альфия Мингалиева.
 
 
Автор:
Читайте нас