СӘЙӘСӘТ
29 Июля , 04:16

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Рәсәй президенты республикала яңы судьялар, шулай уҡ судьяларҙың квалификация коллегияларында дәүләт башлығы вәкилдәрен тәғәйенләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Был документ «Башинформ» агентлығы ҡарамағында бар.

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләнеВладимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне
Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Указға ярашлы, Благовещен районы суды рәйесе итеп Руслан Басиров тәғәйенләнде. Динара Әпсәләмова — Совет районы суды рәйесе урынбаҫары.

Олеся Курятникова — Өфөнөң Киров район суды, Роза Хәсәнова Октябрь районы суды судьялары итеп тәғәйенләнде.

Бынан тыш, Регина Ғәниева Башҡортостан Республикаһы Арбитраж суды судьяһы вазифаһын биләне.

Бынан алдараҡ Башҡортостанда яңы мировой судьялар һайланды, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».

Автор: ЛӘЙСӘН ЗАКИРОВА

Сығанаҡ: https://bash.bashinform.ru/news/politics/2026-07-28/vladimir-putin-bash-ortostanda-ya-y-sudyalar-t-yenl-ne-4660046

 

Автор:
Читайте нас