

Республика етәксеһенә награда дуҫтарса мөнәсәбәттәге илгә эш сәфәре барышында тапшырылды. Был хаҡта Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте.
Бынан алдараҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Абхазия менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү потенциалын юғары баһаланы.
Сығанаҡ: Башинформ. https://bash.bashinform.ru/news/politics/2026-07-06/abhaziya-prezidenty-bash-ortostan-bashly-yna-yu-ary-nagrada-tapshyr-y-4658500