

Хөсәйенов был вазифала Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының яңы спикеры һайланғансы эшләй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев оҙайлы ауырыуҙан һуң 4 майҙа арабыҙҙан китте.
Салауат Хөсәйенов 1964 йылдың 10 мартында Миәкә районының Елдәр ауылында тыуған. 1986 йылда Мәскәү технология институтының Өфө филиалын еңел сәнәғәт машиналары һәм аппараттары һөнәре буйынса тамамлай. Хеҙмәт юлын райондың Октябрҙең 60 йыллығы колхозында инженер-механик булып башлай.
Төрлө йылдарҙа баш ҡаланың Киров районындағы 6-сы торлаҡты эксплуатациялау участкаһын һәм торлаҡты ремонтлау-эксплуатациялау идаралығын етәкләй, «Газ-Сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Өфөгаз» филиалы директоры урынбаҫары була. Өфө ҡалаһы Ленин районы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары, ҡала мэрияһының ер ресурстары идаралығы етәксеһе, Октябрь районы башлығы, Өфөнөң беренсе вице-мэры, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары комитеты рәйесе вазифаларын биләй.
Әлегә тиклем Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы башлығы урынбаҫары булды.
Автор: ИВАН ВАВИЛОВ