Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
28 Февраль , 08:49

Һәләк булған яугирҙең аҡсаһын үҙләштерергә уйлағандар

Башҡортостандың федераль именлек хеҙмәте махсус хәрби оперцияла һәләк булған яугирҙең 16 миллион һум түләү аҡсаһын урлау осрағын асыҡланы.

Һәләк булған яугирҙең аҡсаһын үҙләштерергә уйлағандар
Һәләк булған яугирҙең аҡсаһын үҙләштерергә уйлағандар

Башҡортостанда айырыуса ҙур күләмдә мутлашыуҙа ғәйепләнгән дүрт кешене ҡулға алдылар. Адвокат, уның ҡатыны һәм ике танышы һәләк булған махсус хәрби операция яугире өсөн тәғәйенләнгән страховка түләүҙәрен урлаған, тип хәбәр иттеләр Федераль именлек хеҙмәтенең республика буйынса идаралығынан.

Ғәйепләнеүселәр – Учалы районынан адвокат, уның ҡатыны һәм Учалынан ике кеше.

2024 йылда юрист йортһоҙ кешене таба, уны Оборона министрлығы менән МХО-ла ҡатнашыу өсөн контрактҡа ҡул ҡуйырға күндерәләр. Фронтҡа китеү алдынан ирҙе адвокаттың танышына фиктив рәүештә өйләндерәләр.

“2025 йылда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы вафат тип таныла, ә уның фиктив ҡатыны федераль бюджеттан 13,8 миллион һумдан ашыу һәм республика бюджетынан 2 миллион һумдан ашыу суммаға страховка түләүҙәре ала. Был түләүҙәрҙе енәйәт төркөмөндә ҡатнашыусылар үҙ-ара бүлешә”, - тип һөйләнеләр Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында.

Федераль именлек хеҙмәте мәғлүмәттәре нигеҙендә фигуранттарға ҡарата бер төркөм кеше тарафынан айырыуса ҙур күләмдә мутлашыу статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ике ир һаҡ аҫтына алынған, ике ҡатын-ҡыҙға билдәле бер ғәмәлдәрҙе тыйыу рәүешендә иҫкәртеү сараһы һайланған.

Фото: СУ СКР по РБ / телеграм.

Автор: Рәмилә Мусина
Автор:
Читайте нас