18 февралдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө ҡалаһы ҡала округы советының бишенсе саҡырылыш 60-сы ултырышында ҡатнашты, унда баш ҡаланың идара итеү командаһының 2025 йылдағы эшенә йомғаҡ яһалды һәм алдағы осорға бурыстар билдәләнде.
Совет ултырышын асып, Башҡортостан Башлығы депутаттарға, ҡала хакимиәтенә һәм муниципаль хеҙмәттәргә Өфө үҫешенә индергән өлөшө һәм халыҡ мәнфәғәтендә яйға һалынған эше өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Уҙған йыл беҙҙән мөмкин тиклем иғтибарлыҡ талап итте. Беҙ иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең тотороҡлолоғон тәьмин иттек, ҙур инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыуҙы дауам иттек. Махсус хәрби операцияға, унда ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса мөһим бурыстарҙы бергәләп хәл иттек. Еңеүҙең 80 йыллығы саралары юғары кимәлдә ойошторолдо, – тине Радий Хәбиров. – Был йыл тағы ла нығыраҡ берләштереүсе буласаҡ. Президентыбыҙ иғлан иткән Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылы – илде артабан туплауға мөһим саҡырыу. Айырыуса әле, махсус хәрби операция осоронда. Һәм, республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәлә әйтеп үтеүемсә, әле иң мөһиме – бөтәһен дә Еңеү өсөн эшләргә.
Өфө юғары исемгә тап төшөрмәй
Баш ҡалабыҙ бөгөн дә – махсус операция ваҡытында, үҙенең юғары “Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы” исемен аҡлай. Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, Өфө махсус хәрби операция мәсьәләләрен хәл итеүгә лайыҡлы өлөш индерә. Республиканың баш ҡалаһы предприятиелары, санкция баҫымына ҡарамаҫтан, оборона заказын теүәл үтәп эшләй. Фронтҡа ярҙам итеү өсөн Өфөнөң депутаттар корпусы, предприятиелары һәм ойошмалары, йәмәғәт ойошмалары берләшә. Һуңғы өс йыл эсендә ҡала советы депутаттары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү өсөн шәхси иҫәбенән 180 миллион һум аҡса күсергән. Өфөнән алғы һыҙыҡҡа, Курск һәм Белгородҡа 72 гуманитар ылау (940 тоннанан ашыу) оҙатылған.
Радий Хәбиров ҡала советы депутаттарының махсус операцияның яралы яугирҙәренә ярҙам итеү эшмәкәрлеген дә юғары баһаланы.
– Ҡала советы делегацияһының Һуғыш ветерандары өсөн госпиталгә һәм Санкт-Петербургтың Хәрби-медицина академияһына барыуын айырым билдәләйем. Һеҙ яралы яугирҙәребеҙҙе күрҙегеҙ, ярҙам килтерҙегеҙ, уларға бүләктәр тапшырҙығыҙ. Был – иң йылы эмоциялар һәм хистәр, бөгөн Рәсәйҙе яҡлаусылар менән ныҡлы бәйләнеш. Иғтибарығыҙ һәм хәстәрлек өсөн рәхмәт, – тине ул.
Республика Башлығы һүҙҙәренсә, ҡала советы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән кадрҙар эшендә әүҙем эшләргә тейеш:
– Депутатлыҡҡа кандидаттар иҫәбенә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың мотлаҡ инеүе принципиаль мөһим. Беҙгә һайлау һөҙөмтәләре буйынса Дәүләт Думаһында һәм ҡала советында партия вәкилдәре сифатында Ватаныбыҙҙы яҡлаған патриоттар булыуы мөһим, – тине ул.
Башҡортостан Башлығы ҡала советын махсус хәрби операция геройҙарының хәтерен мәңгеләштереү буйынса эшкә әүҙем ҡушылырға саҡырҙы. Ул киләсәк быуындар өсөн республика халҡының хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтары тураһында бөтә мәғлүмәттәрҙе һаҡлауҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был эшмәкәрлекте көйләү өсөн махсус комиссия ойошторола. Беренсе сираттағы пландар иҫәбендә – Өфө майҙандарының береһенә мемориал ҡуйыу. Төбәк етәксеһе һәләк булған һәр яугир тураһында яҡты хәтерҙе һаҡлап ҡалыу һәм ветерандарға рәхмәт белдереү кәрәклеген билдәләне.
Ҡала мөхите халыҡтың һорауына ярашлы үҫешә
Радий Хәбиров Өфө ҡала советына мөрәжәғәтендә билдәләүенсә быйыл республикала Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде.
– Коллегалар, кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу, ғаиләләргә ярҙам итеү, милләт-ара татыулыҡты һәм дуҫлыҡты нығытыу буйынса берлектәге эште дауам итербеҙ, – тине ул.
Башҡортостан Башлығы алдағы пландар менән дә уртаҡлашты. Математика лицей-интернатын төҙөү, “Глумилино”, “Сағыу” биҫтәләрендә һәм Ленин районының Миловская урамында яңы белем биреү үҙәктәрен, шулай уҡ Нуғай ауылында балалар баҡсаһын төҙөү планлаштырыла.
Уҙған йылдың декабрендә Өфө циркын ремонтлау буйынса дәүләт экспертизаһының ыңғай һығымтаһы алынған. Проекттың хаҡы 2,1 миллиард һумға баһалана, һәм яҡын арала төҙөлөш эштәрен башлау планлаштырыла.
Былтыр, Республика көнөндә, капиталь ремонттан һуң Воровский урамы башында Ағиҙел йылғаһы аша аркалы күпер буйлап хәрәкәт башланды. Эштәрҙең мөһим һөҙөмтәһе булып күперҙең һәм тирә-яҡ биләмәнең тарихи ҡиәфәтен һаҡлау тора. Төҙөлөш-монтаж эштәренең хаҡы 4,7 миллиард һум тәшкил иткән.
Уңайлы ҡала мөхитен булдырыуға айырыуса иғтибар бүленә. 2025 йылда ете йәмәғәт киңлеге, шул иҫәптән Николай Гастелло һәм Миҙхәт Шакиров исемендәге, “Өфө йәштәре” скверҙары төҙөкләндерелде. Быйыл Ленин исемендәге паркта эштәрҙе тамамлау күҙаллана. Бынан тыш, Дим, Калинин, Киров һәм Октябрь райондарында тағы ла биш парк һәм сквер төҙөкләндереләсәк.
Торлаҡ фондын тәртипкә килтереү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһын яңыртыу буйынса әүҙем эш алып барыла. Сафҡа индерелгән коммуналь селтәрҙәр күләме буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә өсөнсө урынды биләй. Былтыр федераль аҡсалар йәлеп итеп Затонда, Йәшел сауҡалыҡта, Сипайловола һәм Черниковкала объекттарҙы капиталь ремонтлау эштәре тамамланды.
Мәҙәни, спорт һәм туристик үҙәк
Өфө илдең туристик картаһында үҙ позицияларын нығыта. Республиканың баш ҡалаһы ҡаҙаныштары тупланмаһында: Милли ҡунаҡхана премияһында өсөнсө урын, “Креатив туризм ҡалаһы” маҡтаулы исеме, “2025 йылғы балалар туризмы баш ҡалаһы” статусы. Халыҡ-ара танылыу ҙа яуланыҡ: Өфө “Бөтә донъя һөнәрселек ҡалаһы” исеменә лайыҡ булды.
Бөгөн ҡала ҙур халыҡ-ара форумдар, төрлө фестивалдәр һәм мөһим спорт ваҡиғалары үткәреү өсөн абруйлы майҙансыҡ булып тора. Былтыр Балалар һәм йәштәр өсөн тәүге “Ҡолонсак” халыҡ-ара театр фестивале һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн БДБ илдәренең тәүге уйындары юғары кимәлдә үтте.
Бынан тыш, республиканың баш ҡалаһы бөтә Рәсәй сараларын, шул иҫәптән Армия мәҙәниәте көндәрен, III креатив индустрия мәктәптәре съезын, йәш ғалимдар һәм студенттар ғилми йәмғиәттәре советтары съезын, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса чемпионатты ҡабул итте.
Өфө йыл һайын гастрономия һөйөүселәр һәм махсуслаштырылған күргәҙмәләрҙә ҡатнашыусылар өсөн йәлеп итеү үҙәгенә әүерелә. “Беҙҙең бренд”, “Есть Фест” һәм “Һөт иле” кеүек фестивалдәр Рәсәйҙең күп төбәктәренән һәм дуҫ сит илдәрҙән етештереүселәрҙе йыя.
Юлай МОРАТОВ, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы кәңәшсеһе, Өфө ҡала советы депутаты, Башҡортостан буйынса “Диңгеҙ йыйылышы” ойошмаһы рәйесе:
– Бөгөн, Бөйөк Ватан һуғышының ҡаты йылдарындағы кеүек үк, Өфө йәнә илдең ышаныслы тылына әүерелде. “Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы” тигән юғары исем — ул тарих бите генә түгел, ул көндәлек ысынбарлыҡ. Бығаса булмаған санкция баҫымына ҡарамаҫтан, Өфөнөң сәнәғәт предприятиелары оборона заказын теүәл үтәй. Фронтҡа ярҙам итеү – дөйөм эш. Депутаттар корпусы, бизнес, йәмәғәт ойошмалары һәм ябай ҡала халҡы берҙәм дәрт менән эшләй. Бергәләп гуманитар ылауҙар ебәрҙек, аҡса йыйҙыҡ. Һәр тонна йөк, һәр һум — ул беҙҙең Дөйөм Еңеүгә индергән өлөш. Өфөләр үҙҙәренең тарихын хәтерләй һәм бөгөн ил өсөн тыныслыҡты яҡынайта.
Быйыл беҙҙә Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде. Радий Хәбиров дөрөҫ йүнәлеш билдәләне –ғаилә һәр ваҡыт төп ҡиммәт булды һәм булып ҡала. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, ҡала халҡының тормошо уңайлыраҡ һәм тыныс булһын өсөн барыһын да эшләйбеҙ.
Өфө ҡала советы һәм республика етәкселеге берҙәм бәйләнештә эшләй. Беҙҙең өсөн “тормош сифатын күтәреү”— ул матур һүҙҙәр генә түгел. Был яңы балалар баҡсалары һәм мәктәптәр, төҙөк парктар.
Беҙ – бер ҙур ғаилә, унда йөҙләгән мәҙәниәт һәм йолалар үрелеп бара. Уртаҡ йортобоҙҙа татыу һәм бәхетле йәшәйек.
Фото геройҙың шәхси архивынан.