Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
16 Февраль , 19:52

Ольга Кабанова — республиканың яңы хеҙмәт министры

Башҡортостандың яңы ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры итеп Ольга Каабанова тәғәйенләнә. Был хаҡта Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.

Ольга Кабанова — республиканың яңы хеҙмәт министры
Ольга Кабанова — республиканың яңы хеҙмәт министры

Быға тиклем Кабанова ведомство етәксеһенең беренсе урынбаҫары вазифаһын биләне.

«Эстафетаны ҡабул итеп алығыҙ һәм эшкә тотоноғоҙ», — тине Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 йылдан ашыу республиканың хеҙмәт министры булған Ленара Иванова Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға эшкә күсә.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2026-02-16/stalo-izvestno-kto-vozglavit-mintrud-bashkirii-4579698

Автор: Иван Вавилов
Автор:
Читайте нас