СӘЙӘСӘТ
9 Февраль , 11:56

Республика етәксеһе БДМУ ятағында зыян күргәндәргә ярҙам күрһәтергә ҡушты

Дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә уҙған аҙнала Өфөнөң 16-сы мәктәбендә һәм БДМУ ятағында булған ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һуң хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә иғтибар бүленде.

Республика етәксеһе БДМУ ятағында зыян күргәндәргә ярҙам күрһәтергә ҡуштыРеспублика етәксеһе БДМУ ятағында зыян күргәндәргә ярҙам күрһәтергә ҡушты
Республика етәксеһе БДМУ ятағында зыян күргәндәргә ярҙам күрһәтергә ҡушты

– Һиндостан студенттарына тиҙерәк һауығыуҙарын теләйбеҙ. Биш кеше яраланған. Айрат Рәзиф улы, контролдә тоторға һәм, әлбиттә, тейешле ярҙам күрһәтергә, – тип мөрәжәғәт итте республика етәксеһе һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллинға.

Бөгөнгө стериль булмаған донъяла нығынып етмәгән балаларҙы гаджеттар аша кире хәл-ваҡиғаларға этәрәләр, тип билдәләне Радий Хәбиров.

– Һаҡты көсәйтергә, беҙгә алдан фаразларға, аңларға кәрәк, – тип билдәләне республика Башлығы. – Ә егеттәрҙе дауаларбыҙ, улар менән аралашырбыҙ. Ғөмүмән, беҙ бөтә милләттәр менән дуҫ һәм татыу йәшәйбеҙ.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2026-02-09/radiy-habirov-poruchil-okazyvat-sodeystvie-postradavshim-v-obschezhitii-bgmu-4570338

Автор: Ләйлә Аралбаева
Автор:
Читайте нас