Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
2 Февраль , 09:17

Барыһы ла еңеү өсөн!

Хәйбуллаларҙың битараф булмауы һәм ирекмәндәрҙең тырышлығы арҡаһында яугирҙарға һәм уларҙың яҡындарына ярҙам күрһәтеү буйынса эш дауам итә. Былтыр ғына МХО биләмәһенә 12 гуманитар ылау ебәрҙек.

Барыһы ла еңеү өсөн!
Барыһы ла еңеү өсөн!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһен «Быйылғы йылға төп бурысты өс һүҙ менән билдәләй алам – Барыһы ла еңеү өсөн!», — тип башлағайны. Йола буйынса был мөһим сәйәси сарала киләсәккә бурыстар, маҡсаттар ҡуйыла һәм бөтә көстәр шул күрһәтмәләрҙе ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтелә. Мөрәжәғәтнамәне тыңлағандан һуң уның буйынса тәьҫораттары менән хәйбуллалар ҙа уртаҡлашты һәм был теманың көнүҙәклеген билдәләне.

Рөстәм Шәрипов, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы:

–Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың  Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә төп иғтибар махсус хәрби операцияға һәм унда ҡатнашыусыларға ярҙам итеүгә йүнәлтелде. Был эште бергәләп атҡарып, еңеүгә бар көсөбөҙҙө һалыу мөһимлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Башҡортостанда 55 ярҙам сараһы ғәмәлдә – беҙ улар тураһында мәғлүмәтте хәрбиҙәргә һәм ғаиләләренә  еткерергә һәм төрлө бюрократик сикләүҙәргә юл ҡуймайынса, ярҙам саралары менән тулы кимәлдә файҙаланыуҙарын тәьмин итергә тейешбеҙ. Мөрәжәғәтнамәлә махсус муниципаль ярҙам үҙәктәре селтәрен булдырыу  телгә алынды, Хәйбулла районында ла бындай үҙәкте ойоштороу планлаштырыла. Хәйбуллаларҙың битараф булмауы һәм ирекмәндәрҙең тырышлығы арҡаһында яугирҙарға һәм уларҙың яҡындарына ярҙам күрһәтеү буйынса эш дауам итә. Былтыр ғына МХО биләмәһенә 12 гуманитар ылау ебәрҙек. Эйе, бөгөн Башҡортостан һәм ил халҡы өсөн иң төп кешеләр – ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар. Ә барыбыҙ өсөн дә иң мөһим бурыс – махсус хәрби операцияға ярҙам итеү. Шул уҡ ваҡытта был ярҙамды тәьмин итеү өсөн иҡтисадыбыҙ ҙа  йылдам үҫешергә тейеш тип билдәләнде. Дөйөм алғанда, мөрәжәғәтнамәлә әйтелгән бөтә бурыстарҙы уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн беҙгә ҙур һәм яйға һалынған берлектәге эш көтә.

 

Автор: Раян Атанбаев
Читайте нас