29 ғинуарҙа Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров III “Кесе Ватан – Рәсәй көсө” Бөтә Рәсәй муниципаль форумының “Муниципаль үҫеш: яңы үҫеш драйверҙары” темаһына арналған төбәк көнөндә “Республика етәксеһе менән тура диалог” панель сессияһында ҡатнашты. Унда Рәсәйҙең бөтә 89 төбәгенән вәкилдәр ҡатнаша.
Сессияның модераторы булып Бөтә Рәсәй урындағы үҙидараны үҫтереү ассоциацияһы рәйестәше (ВАРМСУ), Рәсәй Президенты ҡарамағындағы урындағы үҙидараны үҫтереү буйынса совет президиумы ағзаһы Ирина Гусева сығыш яһаны. Ул республиканың инвестиция йәлеп итеү яғынан ылыҡтырғыс төбәк булыуын билдәләне һәм Башҡортостан Башлығынан был өлкәләге уңыштың серҙәре менән уртаҡлашыуын һораны.
– Муниципалитет башлыҡтары ҙур эш башҡара. Беҙҙә ағымдағы саҡырыуҙарға яраҡлы көслө команда булдырылды. Халыҡ уға ышана, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Иҡтисад тураһында һүҙ йөрөткәндә, дөрөҫ ҡабул ителгән идара итеү ҡарарҙары алға барырға мөмкинлек бирә, тип билдәләйем. Территория етәксеһенә ниндәй йүнәлештә барырға кәрәклеген аңлар өсөн, беҙҙә эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең муниципаль стандарты бар. Икенсеһе – ойоштороу структураһы. Бөтә муниципалитеттарҙа ла бизнес-шәрифтәр институтын булдырҙыҡ. Уларҙың төп бурысы – бизнес-идеяны формалаштырыуҙан алып баҙарға сығыуға тиклем эшҡыуарға ярҙам итеү. Был алымдың һөҙөмтәлелеге тураһында дүрт бизнес-шәрифтең һуңынан муниципалитет башлыҡтары булып китеүе һөйләй. Йәғни беҙ эшләгән кешеләрҙе күрҙек, уларҙың мөмкинлектәрен аңланыҡ – яҡшы кадрҙар үҫеше килеп сыҡты. Өсөнсөһө – системалы эш. Әгәр ул булмаһа – бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ. Шуға күрә беҙ республика “Инвестиция сәғәттәре”нә оҡшаш аҙналыҡ муниципаль “Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре” практикаһын индерҙек. Бындай “триада” республиканың инвестиция йәлеп итеүсәнлеген арттырырға мөмкинлек бирә. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һанының уртаса үҫеше ил буйынса ҡарағанда ике тапҡырға юғарыраҡ. Шуға күрә, кешелекле, профессиональ сифаттарҙы процесты дөрөҫ ойоштороу менән берләштереп, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин.
Диалог барышында республикала креатив индустрияларҙы уңышлы үҫтереү темаһы күтәрелде. Башҡортостан Башлығы был йүнәлештең мәҙәни, иҡтисади һәм социаль әһәмиәткә эйә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Ижади индустриялар кәм тигәндә бер нисә мөһим нәмә бирә. Иң мөһиме – реаль аҡса, мәшғүллек һәм һалымдар. Беҙҙең бурыс – ижади кешенең аҡса эшләй алыуын тәьмин итеү. Ижади продукт килем сығанағына әйләнергә тейеш, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Шуға күрә беҙ уларға үҙ продукттарын конкурентлыҡҡа һәләтле итергә, маркетплейстарға сығырға, фестивалдәрҙә, йәрминкәләрҙә, ваҡиға проекттарында ҡатнашырға өйрәнергә ярҙам итергә тейешбеҙ. Был эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү ҙә, төбәк иҡтисадын үҫтереү ҙә.
Бынан тыш, панель сессияла махсус хәрби операция, муниципалитет етәкселәренең абруйын күтәреү, идара итеү командаһын дәртләндереү мәсьәләләре тикшерелде.
Радий Хәбиров шулай уҡ “Муниципалитеттарҙың иҡтисади үҫешендә ҡатын-ҡыҙ башланғыстарының роле” панель сессияһында булды.
– Республикабыҙҙа алты ҡатын-ҡыҙ муниципалитеттар менән етәкселек итә, – тине Башҡортостан Башлығы. – Һис шикһеҙ, ҡатын-ҡыҙҙар һәр эшкә изгелек һәм күңел йылыһы килтерә. Был бигерәк тә әле мөһим, сөнки донъя ауыр ваҡыттар кисерә һәм күптәр көслө стресс кисерә. Ҡайһы берҙә кешелек ориентирҙарын юғалтҡан кеүек тойола. Әммә һеҙҙең ихласлығығыҙ һәм тыныслығығыҙ хатта көслө ир-егеттәргә лә бик кәрәк.
Аҙаҡтан төбәк етәксеһе форумда ҡатнашыусыларға муниципаль хеҙмәттә емешле хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Журналистар менән әңгәмәлә Радий Хәбиров республика үҫеше өсөн ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтарының ролен юғары баһаланы.
– Муниципалитет етәкселәре – республика терәге, ә минең өсөн – төп идара итеү көсө. Сөнки ил Президентының бөтә йөкләмәләрен һәм мин ҡабул иткән ҡарарҙарҙы беҙ улар аша үткәрәбеҙ. Тап улар халыҡҡа барып, урындағы мәсьәләләрҙе хәл итә, – тине Башҡортостан Башлығы. – Республикала муниципаль берәмек башлыҡтарының ярайһы уҡ көслө корпусы булдырылды. Кадрҙар системаһы шундай итеп ҡоролған, ҡала йәки район етәксеһе урындағы совет ҡарары буйынса, әммә беҙҙең тәҡдим менән ҡуйыла. Шуға күрә һәр тәғәйенләнеш – минең шәхси яуаплылығым. Башлыҡтың кешелек сифаттарына ла, профессиональ сифаттарға ла тап килеүе мөһим - уларҙың эше ҡатмарлы һәм күп яҡлы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
#МАЛАЯ_РОДИНА_СИЛА_РОССИИ2026 #Республика_Башкортостан_Уфа #ВАРМСУ