Иртәгә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға мөрәжәғәт итәсәк. Мөһим сәйәси сараны яугирҙәр һәм ветерандар айырыуса ашҡынып көтә. Был турала анығыраҡ итеп МХО Ветерандары ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдиҡов һөйләне.
– Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһе – һәр ваҡыт бөтә Башҡортостан өсөн төп стратегик йүнәлеш. Беҙҙең ассоциация ветерандары исеменән суверенитет һәм хәүефһеҙлекте нығытыу буйынса конкрет эш планы иғтибар үҙәгендә булыр һәм төп өс принцип: ярҙам, күсәгилешлек һәм яҡлау күтәрелер тип көтәбеҙ.
Беҙҙең төп өмөттәребеҙ тураһында анығыраҡ әйтеп киткем килә. Беренсеһе, ветерандарға һәм һәләк булған геройҙарҙың ғаиләләренә системалы ярҙам. “Башҡортостан геройҙары” кадрҙар проекты кеүек уңышлы төбәк башланғыстарын нығытыуға һәм үҫтереүгә иҫәп тотабыҙ. Ветерандарға гражданлыҡ тормошонда үҙ-үҙен тормошҡа ашырыу өсөн реаль мөмкинлектәр биргән программаларҙы һаҡлап ҡалыу ғына түгел, киңәйтеү ҙә мөһим. Һәләк булған туғандарыбыҙҙың ғаиләләренә һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүгә айырыуса иғтибар бүлергә кәрәк. Күптән түгел булған геройҙарҙың ата-әсәләренә, шул иҫәптән Рәсәй Геройы Владислав Бочаровтың ата-әсәһенә “Алтын Йондоҙ” наградаһын тапшырыу тантанаһы – ул тәрән ихтирам акты. Бынан һуң һәр муниципалитет кимәлендә бындай ғаиләләргә даими ярҙам күрһәтелеүен көтәбеҙ.
Икенсе мөһим йүнәлеш, патриотик тәрбиә һәм егеттәрҙең тәжрибәһен тапшырыу. Беҙҙең хәрби һәм тормош тәжрибәһе киләсәккә хеҙмәт итергә тейеш. Беҙ йәш быуынды тәрбиәләүҙә әүҙемерәк ҡатнашырға, бурыс һәм тыуған илгә һөйөү ҡиммәттәрен еткерергә әҙербеҙ. Бөгөн үк ветерандар “Белем” йәмғиәте проекттарында лектор булып сығыш яһай һәм ”Ватан намыҫы өсөн” тип аталған патриотик проекттарҙа ҡатнаша. Беҙ Мөрәжәғәтнамәнән бындай диалог өсөн яңы, даими форматтар булдырыу тураһында аныҡ сигналдар көтәбеҙ.
Өсөнсөһө, йәмғиәттең именлеген һәм берҙәмлеген тәьмин итеү. Ут аша үткән ветерандар хәүефһеҙлектең ҡиммәтен башҡаларҙан яҡшыраҡ аңлай. Мөрәжәғәтнамәлә республиканы диверсияларҙан, киберһөжүмдәрҙән йәки күп милләтле йәмғиәтебеҙҙе тарҡатырға маташыуҙан һаҡлау буйынса тупланма позиция сағылдырылыр тип көтәбеҙ. Беҙ хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм йәмәғәт органдары менән хеҙмәттәшлек итеп, был эштә ышаныслы ресурс булырға әҙербеҙ.
Ветерандар өсөн Мөрәжәғәтнамә — ул отчет йәки бурыстар исемлеге генә түгел. Был тыныс фронтта эшләү планы, унда беҙҙең бурыс — Башҡортостанға хеҙмәт итеүҙе дауам итеү. Республика Башлығы, фронтта яугирҙәребеҙгә ярҙам итеүҙе шәхсән күҙәтеп, ветерандарға ярҙам итһә, дөрөҫ йүнәлеш билдәләйәсәк, тип ышанабыҙ. Ә беҙҙең Ассоциация уны тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашырға әҙер, – тине ул.