30 ғинуарҙа мөһим сәйәси сара була – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Унан нимә көтөүе тураһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш ЙОСОПОВ фекерҙәре менән уртаҡлашты.
– 2026 йыл федераль кимәлдә Рәсәй халыҡтырының берҙәмлек йылы, республикала иһә Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде. Был бик һәйбәт, әлбиттә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың депутаттарға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә ошо тематик йылдар тураһында анығыраҡ ишетербеҙ тип көтәбеҙ. Сөнки уларҙың икеһе лә ҙур әһәмиәткә эйә булған йүнәлештәргә ҡағыла. Иң беренсеһе, әлбиттә, гражданлыҡ берҙәмлеген, патриотик тәрбиәләүҙе, ғөмүмән, демографияны үҫтереү. Был ғаилә ҡиммәттәре менән дә бәйле. Ошо йылда беҙҙең Башҡортостандағы идара итеү органдары координация кимәлен күтәрер һәм билдәләнгән йүнәлештәрҙә айырым матур эштәр башҡарылыр тип ышанабыҙ. Йәмәғәтселек, дәүләт, ғилми органдар, Фәндәр академияһы – барыһы ла бергә эшләргә тейеш. Барлыҡ актуаль йүнәлештәр Мөрәжәғәтнамәлә сағылыр тип уйлайбыҙ һәм исемле йылдар республикала һөҙөмтәле, уңышлы үтер тип көтөп ҡалабыҙ, – тине ул.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.