Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һөҙөмтәле эшләгән муниципалитет хакимиәттәре башлыҡтары бүләкләнде. Уларҙың эшен баһалау тураһында республика премьер-министр урынбаҫары – хөкүмәт аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов һөйләне.
Федераль методика буйынса комплекслы баһалау өсөн һуңғы өс йылдағы 11 күрһәткес иҫәпкә алына. Халыҡтың урындағы хакимиәт эше менән ҡәнәғәтлеге, халыҡтың артыуы, торлаҡ төҙөлөшө темптары һәм мохтаж категорияларға торлаҡ бүлеү, муниципаль ҡаҙнаның килем күләме, балалар баҡсаһына сират, түңәрәктәрҙә һәм спорт секцияларында шөғөлләнгән балалар, инвестициялар күләме, юлдарҙың сифаты, бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙар һаны иҫәпкә алына.
Ҡалалар араһында беренсе урынды Стәрлетамаҡ яуланы. Административ үҙәге булған райондар араһында беренсе урын – Ишембай, ә икенсе урын Дүртөйлө районында. Муниципаль райондар араһында беренсе урында – Нуриман, икенселә – Әбйәлил, өсөнсөлә – Бөрйән. Дүртенсе урында – Йылайыр, бишенселә – Ҡалтасы, алтынсыла Өфө райондары.
2019 йылдан Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса 61 күрһәткесте үҙ эсенә алған биш номинация буйынса республика баһалауы үткәрелә. Улар федераль шарттар менән тап килмәй. Бер муниципалитет бер генә номинацияла еңеүсе була ала. Шулай уҡ федераль баһа лидерҙары төбәк кимәлендә еңеүсе тип таныла алмай. Еңеүселәргә республика Башлығының «Йыл ҡаҙанышы» гранттары тапшырыла.
Шулай итеп, «Сәләмәтлек һәм демографик үҫеш» номинацияһында ҡалалар араһында – Өфө, үҙәге ҡала булған муниципаль райондар араһында – Дәүләкән районы, ауыл райондары араһында Ҡариҙел районы еңде.
«Социаль үҫеш» номинацияһында Күмертау, шулай уҡ Бөрө һәм Бүздәк райондары беренсе урында.
«Тотороҡло иҡтисади үҫеш» номинацияһында Салауат, шулай уҡ Мәләүез һәм Ҡырмыҫҡалы райондары лидер булды.
«Хәүефһеҙ һәм уңайлы биләмә» номинацияһында Нефтекама, шулай уҡ Стәрлетамаҡ һәм Баҡалы райондары иң яҡшылары тип танылды.
«Мәғлүмәти асыҡлыҡ һәм халыҡ менән кире бәйләнеш» номинацияһында еңеүселәр – Октябрьский ҡалаһы, Бәләбәй һәм Тәтешле райондары.
Башҡортостан Башлығы район һәм ҡала етәкселәренә башҡарған эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Барығыҙҙы ла ҡотлайбыҙ! Ошондай еңел булмаған осорҙа һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәтәһегеҙ, стратегияны үҫтерәһегеҙ, алға ҡарайһығыҙ. Бының өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт!», – тине Радий Хәбиров һәм еңеүселәргә дипломдар тапшырҙы.