Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
15 Ғинуар , 16:45

Радий Хәбировта – икенсе урын!

Республиканың донъя-ара кимәлдә танылыуы арта. 

 “Минченко консалтинг” коммуникация холдингы 2025 йылдың декабрендә Рәсәй төбәктәре башлыҡтарының халыҡ-ара бәйләнештәр тығыҙлығы индексына йомғаҡ яһаны. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рейтингта үҙ позицияһын нығытып, икенсе урын яуланы. Эксперттар билдәләүенсә, Башҡортостан төбәк иҡтисадының яңы үҫеш нөктәләрен булдырып, халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте әүҙем киңәйтә.

Индекс һөҙөмтәләре республика етәкселегенең тышҡы иҡтисади йүнәлештәге системалы эшен раҫлай, ә Башҡортостан Башлығы Рәсәйҙе танытыу буйынса халыҡ-ара тректа иң яуаплы бурыстарҙы ышанып тапшырған губернаторҙар пулына инә.

Юҡҡа ғына Башҡортостанды Рәсәйҙең евразия күпере тип атамайҙар. Республика Үҙәк Азия илдәре менән тәрән тарихи һәм мәҙәни бәйләнештәре булған төбәк булараҡ билдәле. Был бәйләнештәр күптән Рәсәй мәнфәғәттәрен алға этәреү буйынса практик дипломатияға әйләнгән: бөгөн Башҡортостан вәкиллектәре Ҡаҙағстанда, Белоруссияла, Ҡытайҙа, Төркиәлә һәм Үзбәкстанда эшләй. Берләшкән Ғәрип әмирлектәрендә һәм Иранда офистар асыу планлаштырыла.

Шул уҡ ваҡыта Башҡортостан Рәсәйҙең БДБ илдәрендәге иҡтисади эшмәкәрлеген көсәйтә. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Президент Эмомали Рахмон менән Рәсәй – Тажикстан һөйләшеүҙәре 2025 йылғы тышҡы сәйәси көн тәртибендәге мөһим ваҡиға булды.

Рәсәй делегацияһы составында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты, ул Душанбела Рәсәй–Тажикстан индустриаль паркын булдырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Килешеү Рәсәй һәм Тажикстан лидерҙары ҡатнашлығында нығытыла, был уға дәүләт-ара статус бирә һәм Рәсәйҙең БДБ илдәре менән иҡтисади хеҙмәттәшлеген нығытыуҙа республикабыҙҙың ролен һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Индустриаль парктан тыш, Башҡортостан делегацияһы сит ил партнерҙары менән туризмды үҫтереү, агросәнәғәт хеҙмәттәшлеген һәм нефть продукттарын поставкалауҙа үҙ-ара эш итеүҙе тикшерҙе.

Башҡортостан аңлы рәүештә төп интеграция берләшмәләре логикаһына теҙелә: ЕАЭС, БДБ, ШОС, БРИКС. Тажикстандағы проект иһә евразия интеграцияһын тәрәнәйтеү курсын сағылдыра.

Башҡортостан Үзбәкстан менән дә хеҙмәттәшлеген нығыта. Рәсәй–Үзбәкстан ведомство-ара Хөкүмәт комиссияһы ултырышында Үзбәкстан һәм Башҡортостан төбәктәре араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса юл картаһына ҡул ҡуйылды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Үзбәкстан төбәктәре етәкселеге менән эш осрашыуҙары барышында аныҡ берлектәге проекттар тикшерелде һәм эшләй башланы. Мәҫәлән, Ташкент өлкәһе менән сәнәғәт кооперацияһын үҫтереүгә йүнәлтелгән “Бекабад” берлектәге технопаркын булдырыу эшкәртелә. Фирғәнә өлкәһе менән халыҡты яңы ауыл хужалығы продукцияһы менән тәьмин итеү өсөн күмәртә-бүлеү үҙәге төҙөү тураһында килешеүҙәр төҙөлгән, шулай уҡ сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни-гуманитар хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылған.

Дөйөм алғанда, Башҡортостан Үзбәкстандың бер нисә төбәге, шул иҫәптән Наманган өлкәһе һәм Ҡарағалпаҡстан менән тотороҡло партнерлыҡ мөнәсәбәттәре булдыра, оҙайлы һәм үҙ-ара файҙалы эш итеү өсөн ғәмәли нигеҙ булдыра.

Ришат НИҒМӘТУЛЛИН, юридик фәндәр докторы, профессор, Өфө фән һәм технологиялар университетының халыҡ-ара һәм интеграция хоҡуғы кафедраһы мөдире:

– Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы әүҙем рәүештә Рәсәйҙең тышҡы иҡтисади майҙанынанда сығыш яһай. Рәсәйҙең дөйөм дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу өсөн күп эш башҡарыла һәм ҡайҙа субъекттар көсө кәрәк, шунда һәр ваҡыт Башҡортостан алғы рәттәрҙә. 2023 йылда Өфөлә Рәсәй–Беларусь төбәктәре форумын үткәрҙек, 2024 йылда Рәсәй–Ҡаҙағстан форумы ла республикала үтте. Тимәк федераль үҙәк Башҡортостанға бындай ҙур һәм мөһим саралар үткәреүҙе ышанып тапшыра.

Тышҡы иҡтисади мөхиттә лә әүҙем эшләйбеҙ. 2025 йылдың икенсе яртыһын ғына алғанда ла, ул бик әүҙем булды: Радий Фәрит улы Рәсәй делегацияһы составында Владимир Путин менән бергә Тажикстанға барҙы, шулай уҡ Үзбәкстанда Рәсәй менән Үзбәкстандың Хөкүмәт-ара комиссияһы ултырышында ҡатнашты. Ике осраҡта ла Башҡортостан дөйөм Рәсәй саралары драйверы булараҡ сығыш яһаны. Мәҫәлән, Тажикстанда инвестиция технопаркы булдырыу буйынса килешеү төҙөлдө. Ошондай уҡ технопарк алдан төҙөлгән юл картаһына ярашлы Үзбәкстандың Ташкент, Фирғәнә, Наманган өлкәләре һәм Ҡарағалпаҡстанда булдырыласаҡ. Республикала был эштәрҙең барыһында ла бик әүҙем ҡатнаша. Был дәүләтебеҙгә лә ҙур ярҙам, төбәктең иҡтисади үҫешенә лә ҙур өлөш. Мәҫәлән, өҫтәмә эш урындары булдырыла, Үҙәк Азия республикаларынан емеш-еләк, йәшелсә килтереү, традицион тарихи бәйләнештәрҙе үҫтереү һәм башҡалар.

Фото Р. Ниғмәтуллиндың шәхси архивынан. 

Автор: Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас