

2026 йылдың тәүге көндәрендә Йылайыр районында йәшәүсе ике оло йәштәге инәй тыуған көндәрен билдәләне. 99 йәшен Балапан ауылынан Фәхриниса Ҡотлоғужа ҡыҙы Муллағәләмова ҡаршыланы, Матрай ауылынан Сәрүәр Солтанғәле ҡыҙы Насироваға 96 йәш тулды.
«Уларҙың тормошо — ул күп быуындарҙың яҙмышын сағылдырыу, илебеҙ тарихының кәүҙәләнеше. Улар бөгөн беҙ китаптарҙан өйрәнгән ваҡиғаларҙың шаһиты һәм туранан-тура ҡатнашыусыһы булды. Уларҙың хәтирәләре — барыбыҙ өсөн дә ҡиммәтле байлыҡ, замандың тере бәйләнеше», — тине Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов.
Фәхриниса Ҡотлоғужа ҡыҙы Һәм Сәрүәр Солтанғәле ҡыҙына Рәсәй президенты Владимир Путиндың ҡотлауҙарын тапшырҙылар.