

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикабыҙҙың һуңғы осорҙағы өс ҙур ҡаҙанышын атаны. Уларҙың береһе “Алға” махсус иҡтисади зонаһына ҡағылды. Тәүге тапҡыр “Алға” Рәсәйҙең махсус иҡтисади зоналарының инвестиция йәлеп итеүсәнлеге буйынса милли рейтинг лидерҙары рәтенә инде. Радий Хәбиров билдәләүенсә, республика махсус иҡтисади зонаның был һөҙөмтәһенә ни бары биш йыл эсендә өлгәшә алды.
–"Алға" 2020 йылда булдырылды, ә беҙ 2005, 2008 йылдарҙан алып эшләгән зоналар менән ярышабыҙ.Ошондай ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хөкүмәттең, сәнәғәт министрлығының, үҫеш корпорацияһының һәм предприятиеларҙың динамик эше ошондай лайыҡлы һөҙөмтәгә килтерҙе, — тип билдәләне республика етәксеһе.
Икенсе ҡаҙаныш – уҙған аҙнала Башҡортостан илдең иң яҡшы креатив субъекттарының береһе тип танылды, ул креатив индустриялар өлкәһендәге абруйлы Рәсәй милли премияһы финалына эләкте.
– Беҙ бының менән күптән шөғөлләнмәйбеҙ, әммә идара итеү ҡарарҙарыбыҙ хуплау тапты. Бөгөн Көрәш һарайында „Создатели“ премияһын үткәрәбеҙ. Бынан ары ул йыл һайын үткәреләсәк һәм уны ижади индустрия вәкилдәренә хөрмәт күрһәткән төп премия итергә тырышасаҡбыҙ, — тине Радий Хәбиров.
Өсөнсө ҡаҙаныш – республика 2025 йыл йомғаҡтары буйынса һанлы һатып алыуҙар лидерҙары рейтингына индерелде.
– Элек был тармаҡта ниндәйҙер проблемалар булды, ә хәҙер өсөнсө урынды биләйбеҙ, — тине Башҡортостан Башлығы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!