СӘЙӘСӘТ
24 Ноябрь 2025, 05:51

Һуҡыр музыкантҡа ниңә бәйләнәләр икән?

Мутлашыусыларҙа яңы алдашыу схемаһы барлыҡҡа килгән. Һаҡ булығыҙ! Уҙған аҙнала тағы нисек алданылар? 

Һуҡыр музыкантҡа ниңә бәйләнәләр икән?Һуҡыр музыкантҡа ниңә бәйләнәләр икән?
Һуҡыр музыкантҡа ниңә бәйләнәләр икән?

Мутлашыусыларҙа яңы алдашыу схемаһы барлыҡҡа килгән. Енәйәтселәр мессенджерҙа шылтыратып, тиҙ арала һеҙҙең подъезындағы домофонды алмаштырыу тураһында хәбәр итә. Һуңынан ҡорбанға СМС-код ебәрәләр һәм асҡыстарҙы әүҙемләштереү өсөн уны атауын һорайҙар. Шулай итеп, мутлашыусылар һеҙҙең банк иҫәбенә һәм шәхси мәғлүмәттәргә инергә тырыша.

“Фактчекинг по-башкирски телеграм-каналы иҫкәртә: бер генә сервис ойошмаһы ла һеҙҙең менән мессенджерҙар аша бәйләнешкә инмәйәсәк һәм кодты атауҙы һорамаясаҡ. Бындай осраҡтарҙа һеҙ идара итеүсе компанияға шылтыратып, мәғлүмәтте аныҡларға тейешһегеҙ.

Әгәр кодты хәбәр итеп өлгөрһәге, Дәүләт Хеҙмәттәрендә паролде алмаштырыу өсөн ашығыс рәүештә күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шулай уҡ банктың ҡыҙыу линияһы телефоны аша иҫәптәрегеҙҙе ябығыҙ. Һаҡ булырға һәм таныш булмаған номерҙарға ышанмаҫҡа кәңәш итәбеҙ.

“Пруфы” хәбәрселәре “Башфармация” дәүләт унитар предприятиеһының ауыр хәле тураһында яҙма баҫтырып сығарҙы. Унда улар предприятиеның элекке финанс күрһәткестәре тураһында яҙа. Хәл ысынбарлыҡта нисек һуң?

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2025 йылда “Башфармация” дарыухана селтәренең тауар запастарын 29,4 процентҡа арттырған, уртаса айлыҡ ваҡлап һатыу тауар әйләнеше 215,3 процентҡа артҡан, ә “Госаптека” селтәренең рецептура-производство бүлектәренең етештереүсәнлеге 300-ҙән 340 төр дарыуға тиклем артҡан. Өфөлә сафҡа индерелгән пилот дарыуханалар форматы үҙенең кәрәклеген раҫланы, ә 2026 йылда медицина ойошмалары базаһында 50 миллион һум самаһы инвестиция күләме менән 100 дарыухана пункты асыу планлаштырыла.

"Башфармация" көрсөк нөктәһенән сыҡты ла инде: предприятие запастарын, етештереүсәнлеген арттырған һәм күләмле үҫеш программаһын башлаған.

Ҡыҫҡаһы, “Пруфы” хеҙмәткәрҙәре инде нисәнсе тапҡыр иҫкергән мәғлүмәттәр ҡуллана, “Фактчекинг по-башкирски” был турала элек тә яҙған ине.

Күптән түгел үҙен йәмәғәтсе тип йөрөткән һәм экстремистик ойошманың элекке етәксеһе Буранбай Асҡаров музыкант Азат Исҡужин тураһында яҙып сыҡты. Йәнәһе ул инвалидлығы булған йырсы һәм композиторға ипотека йәки торлаҡ бүлеүҙә ярҙам һорап Мәҙәниәт министрлығына һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға мөрәжәғәт иткән, ләкин уларҙан яуап булмаған. Әлбиттә, “Пруфы” баҫмаһы был теманан ситтә ҡалам алмаған һәм республика властарына ҡара яғыу өсөн уны эләктереп алған.

Ысынбарлыҡта хәлдәр нисек? Инвалид граждандарҙы социаль торлаҡ менән Мәҙәниәт министрлығы, ла Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҙа түгел, ә урындағы үҙидара органдары тәьмин итә. Мәҙәниәт министрлығы үҙ сиратында талантлы музыкантты эш һәм инструменттар менән тәьмин итеү өсөн барыһын да эшләй, шулай уҡ уның сығыштарын һәм концерттарын хуплай.

Исҡужин ҡала филармонияһы стеналарында ижади үҫеш өсөн күберәк мөмкинлектәр алыу маҡсаты менән Сибайға күсә. “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы хеҙмәткәрҙәре музыкант менән телефон аша һөйләшкән һәм ул бер кемгә лә торлаҡ шарттарына зарланмауы тураһында әйткән. Ә Буранбай Асҡаровтан, уның исемендә спекуляция яһамаһын өсөн, уның сәхифәһенән алып ташлауҙы һорай. Тик ул баш тартҡан.

"Тыуған Хәйбулла районында эшләгәндә торлаҡ өсөн сиратта торҙомӘммә 1,5 йылдан Сибай ҡалаһына йәшәргә һәм эшләргә күстем, бында дәүләт органдарына торлаҡ һорап мөрәжәғәт итмәнем, ә 2022 йылда ипотека алдым. Түләүе ауыр түгел, бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡтар кисермәйем. Эштә коллегалар ярҙам итә, Мәҙәниәт министрлығы яғынан иғтибар күрһәтәләр, концерттар ойошторорға ярҙам итәләр һәм ижад өсөн шарттар булдыралар. Буранбай Асҡарға шылтыратып, постты юйырға ҡуштымНи өсөн ул минең хаҡта яҙа һәм шуның менән нимә әйтергә теләй икәнен белмәйем", - ти Азат Исҡужин.

Уҙған аҙнала ЦИПСО-ла эшһеҙ ятманы. Улар яратҡан темалары – Радий Хәбиров менән видеояҙманы үҙгәртеп, ялған һөйләтте. Был юлы “Тезис Хабирова” телеграм-каналы яҙыуынса, Радий Хәбиров көс хеҙмәткәрҙәрен кәмәне һелкетергә маташҡан “аҡылһыҙ граждандарҙы һәм сит агенттарын” ҡулға алыуҙары өсөн маҡтай һәм муниципаль реформанан ризаһыҙлыҡты психик тайпылыштар исемлегенә индерергә тәҡдим итә.

Ысынбарлыҡта Башҡортостан Башлығы 2025 йылдың 2 сентябрендә БР Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республикала Белем көнөнөң хәүефһеҙлеген тәьмин иткән өсөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Эске эштәр министрлығы хеҙмәттәренә рәхмәт белдерә. Башҡортостан Башлығы менән бындай ялғандар беренсе тапҡыр ғына фаш ителмәй. Берҙәмлегебеҙгә һәм иҡтисади көсөбөҙгә асыуланған ЦИПСО дошмандары республиканы тотороҡһоҙландырыу өсөн яһалма ялғандары ырғыта. Уяу булығыҙ: мәғлүмәтте рәсми сығанаҡтарҙа ғына тикшерегеҙ, шикле контентты таратмағыҙ. Дошмандың ялғанын репостлау – диверсанттарға һәм хыянатсыларға туранан-тура ярҙам итеү.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас