СӘЙӘСӘТ
10 Ноябрь 2025, 11:46

Радий Хәбиров һәр етәксегә бәйләнештә булырға ҡушты

Иртәгә Башлыҡ менән Тура бәйләнеш үтә. 

Радий Хәбиров һәр етәксегә бәйләнештә булырға ҡуштыРадий Хәбиров һәр етәксегә бәйләнештә булырға ҡушты
Радий Хәбиров һәр етәксегә бәйләнештә булырға ҡушты

Иртәгә, 11 ноябрҙә, киске сәғәт 7-лә Башҡортостан Башлығы менән Тура бәйләнеш ойошторола. Радий Хәбиров бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ошо хаҡта иҫкә төшөрҙө.

– Байтаҡ һорауҙар килде лә инде. Был ҡатмарлы эш. Мин булған һорауҙарға мөмкин тиклем күберәк яуап бирергә тырышырмын. Быға тиклем ғәҙәттәгесә дүрт сәғәт тирәһе эшләнек, эш күләме ярайһы ҙур, – тине ул.

Республика Башлығы Хөкүмәт ағзаларына һәм муниципалитет башлыҡтарына бәйләнештә булырға ҡушты.

– Мин бер кемдән дә телевизор янында ултырыуҙы һорамайым, әммә, зинһар, барыһы ла бәйләнештә булһын, әгәр һорау тыуһа, тиҙ арала һеҙҙең менән бәйләнешкә сығырға һәм яуап алырға кәрәк. Был - ҙур дәүләт сараһы, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы менән Тура бәйләнеш Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Рәсәй 24”, “Башҡортостан 24”, “Вся Уфа”, “Сәләм”, UTV телеканалдары, шулай уҡ “Юлдаш” радиостанцияһы һәм социаль селтәрҙәрҙә күрһәтеләсәк. Һорау биреү өсөн vopros.glavarb.ru сайтына инегеҙ. Видеоһорауҙар 2025 йылдың 10 ноябрендә 19.00 сәғәткә тиклем ҡабул ителә. Тура эфирҙа яңғырамаған бөтә һорауҙарға ла кешеләр ентекле яуап аласаҡ.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас